

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар һәм маммографтар, күсмә ФАПтар, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының һәм республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре ҡатнаша. Акция барышында республиканың бөтә райондары ла тикшереүгә йәлеп ителәсәк.
Бригада составында төрлө белгеслек табиптары. Ауыл халҡы медицина тикшереүе үтеү, тәүге медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 2 296 кеше тикшереү үткән. 200 пациенттың ҡанында глюкоза кимәле артыуы, 169 кешелә холестерин кимәле юғары булыуы, 263 кешелә ҡан баҫымы юғарылығы, 167 кешелә тән ауырлығы артыҡлығы, 144 кешенең тәмәке менән мауығыуы асыҡланған.
Социаль-әһәмиәтле сирҙәр һаны ла байтаҡ – 205. Шул иҫәптән, 116 кешелә – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, дүрт кешелә – яман шешкә шикләнеү осраҡтары, 52 кешелә – шәкәр диабеты, бер кешелә туберкулез асыҡланған. Бөтә граждандар ҙа өҫтәмә тикшереүгә, дауалауға ебәрелгән, контролгә алынған.
Акция барышында 399 кеше коронавирус инфекцияһынан вакцина ҡаҙатҡан. 119-ы –балалар. Ревакцинацияны 119 кеше үткән. Бригадалар графикка ярашлы эшен дауам итә.
Өфө маршруты эшен Архангел районында тамамлай (25-26 апрелдә Баҡалыла, 27 апрелдә Абзанда, 29 апрелдә Тирәклелә).
Дыуан маршруты эшен Салауат районында тамамлай (27 апрелдә Лаҡлы ауылында).
Нефтекама маршруты эшен Бөрө районында тамамлай (22 апрелдә Иҫке Бурны ауылында, 25 апрелдә Осиновкала, 26 апрелдә Сусловта, 27 апрелдә Бахтыбайҙа).
Октябрьский маршруты Бүздәк районында эшен тамамлай (25 апрелдә Комсомолда, 28 апрелдә Ташлыкүлдә).
Стәрлетамаҡ маршруты эшен Ауырғазы районында тамамлай (25 апрелдә Степановкала, 27 апрелдә Төрөмбәттә, 29 апрелдә Усманда).
Белорет маршруты эшен Белорет районында тамамлай (29 апрелдә Үҙәндә).
Алты маршрут та графикка ярашлы юлға сығасаҡ. 26 күсмә мобиль комплекс һәм 156 белгес йәлеп ителгән. Белгестәргә яҙылыу кәрәкмәй, ҡабул итеү сират менән .
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.