Салауат ҡалаһында прокуратура талап иткәндән һуң шәкәр диабеты менән яфаланған 13 йәшлек үҫмерҙе йәшәү өсөн мөһим препарат менән тәьмин иткәндәр. Был хаҡта ҡала прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Үҫмер инсулинға һәм комплектлаусы медицина кәрәк-ярағына мохтажлыҡ кисергән. Дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы, дарыуҙар менән тәьмин итеү бушлай күрһәтелергә тейеш булһа ла, дарыуханала препараттар булмау сәбәпле, уларҙы өс айҙан ашыу бирмәгәндәр.
Бәлиғ булмаған йәштәге баланы яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм ҡала дауаханаһына малайҙы тейешле дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе тиҙләтеү маҡсатында прокуратура дәғүә менән судҡа мөрәжәғәт иткән. Суд прокуратура талабын ҡәнәғәтләндергән. Ҡарарҙы үтәү ведомство контролендә тотола.
Фото:bet.ru