Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Апрель 2022, 09:24

Беҙҙең заман геройы

“Урал” гәзитенән.
Фото:“Урал” гәзитенән.

Белорет районының “Урал” гәзитендә бик матур бәйге ойошторғандар: “Беҙҙең заман геройҙары” тип атала ул. Конкурс ҡатмарлы пандемия осоронда кешеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған. Уларҙың береһе тураһында гәзит бына нимә тип хәбәр итә:

“Гөлнара Хәниф ҡыҙы Ғизетдинова Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһында тыуып үҫкән. Әммә бала саҡта әсәһенең тыуған яғы Абҙаҡ ауылына ғаиләләре менән ҡунаҡҡа йыш ҡайтып йөрөйҙәр һәм, урта белемде ошонда алыу теләген белдереп, Гөлнара ауылда ҡала, сөнки хыялы Башҡортостан менән бәйле була, ул Өфөгә медицина училищеһына уҡырға барырға йыйына.

1997 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡулына лаборатор диагностика белгесе дипломын алып, Абҙаҡтағы “Орлёнок” балалар санаторийына эшкә ҡайта. Ә инде, 2005 йылда ауыл амбулаторияһына лаборатор анализдар эшләү ҡорамалдары килтерелгәс, учреждениеның баш табибы Ғәббәс Хамматов йәш белгесте үҙенә саҡыра.

Бына 16 йыл инде Абҙаҡ ауылы халҡы ҡалаға йөрөмәй, урында ғына анализдар биреү мөмкинлеге булыуына ҡыуана. 2015 йылда амбулатория коллективы Гөлнара Хәниф ҡыҙына өлкән шәфҡәт туташы эшен дә ышанып тапшыра. Хеҙмәттәштәре уның тураһында: “Белемле, үҙ эшенә һәм башҡаларға талапсан белгес, йәмәғәт эштәрендә әүҙем, шәп ойоштороусы”, – ти. “Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған спорт ярыштары, мәҙәни саралар булһынмы, беҙҙе дәррәү ҡатнаштырып, янып торған әйҙәүсебеҙ ҙә ул”, – ти коллегалары.

Гөлнара Хәниф ҡыҙы мөхәббәтен дә Абҙаҡ ауылында тапҡан. Оҙон буйлы, тулҡынланып торған ҡара сәсле егет уның күңелен мәңгегә әсир итә. Һөйөү һәм наҙ тулы ғаиләлә бер-бер артлы өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр, бөгөн уларҙы уҡытып белем биреүгә, һөнәри үҫеш алыуҙарына ҙур көс һалалар. Гөрләтеп донъяһын да көтәләр: мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Йорттарын ремонтлау, бөхтә тотоу, тәмле, татлы ризыҡтар бешереү – һәммәһенә лә өлгөрә уңған Гөлнара. Эшкә икәүһе лә бер тигеҙ егелеп, етеш тормош ҡороп, ауылда һәр кем өсөн ҙур үрнәк булып йәшәйҙәр.

“Мин бик бәхетле! Һөйөп-һөйөлөп йәшәйем, балаларым тәүфиҡлы, тырыш. Яратып башҡарған эшемә көн дә дәртләнеп барам, татыу һәм тәжрибәле хеҙмәттәш­тәрем менән бергә эшләүемә ҡыуанам. Рәхмәтлемен яҙмышыма”, ти Гөлнара үҙе хаҡында”, – тип яҙғандар Белорет районы баҫмаһында.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: