Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 151 кешенең яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүе асыҡланған. Республикала был ауырыуҙы йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 258 меңдән артҡан.
Әле республикала 900 тирәһе кеше ошо сир менән ауырый. Стационарҙа 151 кеше дауаланһа, һуңғы тәүлектә был яңы инфекцияны эләктергән 20 кеше дауаханаға һалынған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, яҡты донъя менән хушлашҡандар һаны йәмғеһе 5600 кеше тәшкил иткән.
Ковид сирлеләр өсөн республикала барлығы 670 койка булдырылған, уларҙың 33 проценты буш, тип хәбәр иткән 25 апрелдә үткәрелгән кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы 30 көндә төбәктә ковид менән сирләүселәр һаны – 83, һуңғы аҙнала 42 процентҡа кәмегән.
Интерфакс мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт Рәсәйҙәге яңы коронавирустан дарыуҙарға хаҡтарҙы раҫлаған. Шулай итеп, “Молнупиравир”ҙың ҡабы - алты мең һум тирәһе, “Арепливир” препаратының бер таблеткаһы 100 һум тәшкил итә.
Фото: obmarks.ru