Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Апрель , 09:23

Ореганомы, әллә мәтрүшкәме?

ria.ru
Фото:ria.ru

Учалы районында йәшәгән хеҙмәттәшебеҙ, урындағы гәзит хәбәрсеһе Илфат ЯНБАЕВ ошо хаҡта үҙенсәлекле яҙма тәҡдим итә:

“Супермаркеттарҙа “орегано” тип һатылған тәмләткес үләндең тап беҙҙең мәтрүшкә икәнлеге тураһында белә инегеҙме? “Орегано” грек теленән “тауҙар шатлығы” тип тәржемә ителә. Уны сәскә ата башлағанда йыйыу зарур. Сарҙаҡ йә лапаҫ аҫты кеүек яҡшы елләтелгән, ҡояш тура төшмәгән ерҙә киптерелә. Мейес йә газ духовкаһы ҡулланылһа, йылылыҡ 30–40 градустан ашмаҫҡа тейеш, юғиһә файҙалы матдәләре тарҡала башлай. Ҡоро үҫемлектәрҙе бөтөн көйөнсә быяла банкаларҙа һаҡлайҙар ҙа кәрәгенсә ваҡлап алалар. Ваҡланған килеш һаҡлаһаң, эфир майҙары күберәк тәләф була. Сифат хаҡына мәшәҡәттән ҡурҡмаған кешеләр йәшел япраҡтарҙы һыуытҡыста туңдырып һаҡлай. Тик быныһының әллә ни кәрәге лә юҡ.

Мәтрүшкәнең сихәте тураһындағы беренсе яҙма беҙҙең эраға тиклемге I быуатҡа тура килә. Боронғо грек табибы Диоскоридос “Дауа үҫемлектәре” тигән китабында телгә ала уны. Мәтрүшкә – етмеш төрлө сиргә дауа, ти башҡорт әйтеме. Дарыуҙар булмаған осорҙа һыуыҡ тейеүҙән дауаланыуҙың төп сараһы бит ул. Һәм юҡҡа түгел икән.

АҠШ ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, мәтрүшкәләге карвакрол тигән матдә айырым төр микроб менән паразиттарға ҡаршы көрәштә антибиотиктарға ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк. Шул иҫәптән дарыуҙар менән йүнләп баҫып булмаған алтынһыу стафилококты ла дөмөктөрә, ти. Карвакролдан башҡа ла файҙалы өлөштәре күп: эфир майҙары, розмарин һәм аскорбин кислоталары, дубиль матдәләр, тимол, цимол, флавоноидтар, терпендар һ.б.

Төкөрөк сығарыу, тир һәм бәүел ҡыуыу, шешенеүҙәрҙе тотҡарлау, иммунитетты көсәйтеү, дезинфекция, тынысландырыу, ашҡаҙан-эсәк системаһын көйләү, нервы нығытыу һәләттәренә эйә. Ҡысыныуға ҡаршы ла килешә. Шулай булғас, ҡайын ботаҡтары араһына мәтрүшкә ҡушып, мунса миндеге бәйләүҙең мәғәнәһе бар. Тағы ла бер үҙенсәлеге: ирҙәргә енси тотанаҡһыҙлыҡҡа баш булырға ярҙамлаша икән, ә ҡатын-ҡыҙға енси сәләмәтлек өсөн бигерәк тә яҡшы, ти. Тик бәлиғ булмағандарға уны саманан тыш күп эсеү кәңәш ителмәй. Ғөмүмән, һәр нәмәлә, шул иҫәптән мәтрүшкә эскәндә лә саманы үтергә ярамай.

Мәтрүшкәне славяндар борондан им-том өсөн дә ҡулланған. Ҡайһы бер урыҫ ауылдарында һаман ғәмәлдә ул. Мәҫәлән, туҡтамай илаған бәпесте тынысландырыу өсөн әсә кеше күлдәк итәгенең осон шыйыҡ ҡына әҙерләнгән мәтрүшкә төнәтмәһенә мансый ҙа баланың битен һөртә. Башҡа кешеләргә был процедураны үткәреү ниңәлер ҡәтғи рәүештә тыйылған. Бәпестең әсәһенән тыш, өләсәһенә генә рөхсәт ителә. Тик ул күлдәк түгел, алъяпҡыс итәген мансырға тейеш булған.

Диҡҡәт менән уҡығыҙ: мәтрүшкә эсеү йөклө ҡатындарға ҡәтғи тыйыла! Гипертония, йөрәк-ҡан тамыры, ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән яфаланыусыларға ла һағыраҡ тотонорға кәңәш ителә”, – тип яҙа Илфат Янбаев.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас в