Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә “Сәләмәтлек поездары”ның эшмәкәрлеге тураһында фекере менән уртаҡлашты.
“Башҡортостан буйлап гиҙгән “Сәләмәтлек поездары” тотороҡло һөҙөмтә бирә.
Коронавирустың ныҡ таралған осоронда беҙ поездарҙы ваҡытлыса туҡтатып торҙоҡ. Хәҙер хәл бер аҙ тотороҡланды, һәм беҙ яңынан планлы рәүештә кешеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләргә тотондоҡ. 18 апрелдән, йыл һайын үткәрелгән “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы старт алғандан һуң, күсмә бригадаларҙың белгестәре 192 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сирен асыҡланы. 11 кешелә онкология сиренә шик белдерелде, 80 кешелә – шәкәр диабеты, бер кешелә туберкулез булыуы билдәләнде. Былары – иң етди осраҡтар. Унан тыш, артериаль ҡан баҫымы, холестерин, глюкоза кимәле юғарылығы, артыҡ тән ауырлығы киләсәктә сәләмәтлек менән бәйле проблемалар тыуҙырыуы ихтимал.
Бер яҡтан, һөҙөмтәләр йыуатмай, һәр диагноз артында – кеше яҙмышы. Икенсе яҡтан, акция тап шуның өсөн акция ойошторола, йәғни Башҡортостандың алыҫ ауыл-ҡалалары халҡына тикшереү үтеүгә мөмкинлек булһын, кәрәк икән, артабан дауаланыу буйынса тәҡдимдәр алыу өсөн.
Был миҙгелдә табиптар 3804 кешене ҡабул итте, 2282 тикшереү үткәрҙе. Май байрамдарында ҡыҫҡа ғына тәнәфес эшләгәндән һуң, мобиль бригадаларҙы яңынан эшкә ҡушасаҡбыҙ.
Ошо аҙна аҙағына график менән танышығыҙ:
Архангел районы: 28 апрелдә – Абҙанда, 29 апрелдә –Тирәкле ауылында.
Салауат районы: 28-29 апрелдә – Лаҡлы ауылында.
Бөрө районы: 28-29 апрелдә – Бахтыбайҙа.
Бүздәк районы: 28-29 апрелдә – Ташлыкүлдә.
Ауырғазы районы: 28 апрелдә – Төрөмбәттә, 29 апрелдә – Усманда.
Белорет районы: 28-29 апрелдә – Үҙән ауылында.
Алдан яҙылырға кәрәкмәй, сират менән ҡабул итәсәктәр.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ!"
Сығанаҡ:https://vk.com/wall413272232_793821