Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Апрель 2022, 16:00

"Йәшәүгә өмөт бирҙеләр..."

Өфө табиптары Луганскиҙан килгән ҡатынға ҡатмарлы операция яһаған.

"Йәшәүгә өмөт бирҙеләр..."
"Йәшәүгә өмөт бирҙеләр..."

Луганскиҙан Юлия Яницкая Өфө дауаханаһына ҙур өмөттәр бағлап килгән, сөнки уның баш мейеһендә яман шеш тапҡандар, тип хәбәр иткән «Өфө һәм Башҡортостан яңылыҡтары бөгөн» порталы.

Һәм бына Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында Юлияға ҡатмарлы операция яһағандар һәм, шулай итеп, уның ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалғандар. Операцияны дауахананың тәжрибәле хирургтары Тимур Арыҫланов менән Алексей Антонов башҡарған.

Әле ҡатындың хәле яҡшырыуға табан бара икән. Оҙаҡламай ул һөйөклөләре – тормош иптәше һәм сабыйы янына Луганскиға ҡайтып китәсәк.

«Йәшәүгә өмөт бүләк иткәндәре өсөн Башҡортостан табиптарына рәхмәтем сикһеҙ!» - ти Юлия Яницкая, барыһы ла яҡшы булырына ышанып. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, уға шәберәк һауығырға яҙһын, тип теләйбеҙ!

Фото "Бәйләнештә".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: