Кисә иртән уларҙы зәңгәр экранда күрһәттеләр.
...Туймазы районынан йәш ҡыҙға түллек биҙҙәренең аҙған яман шеше диагнозы ҡуйылған. Зыян күргән ағзаны ҡырҡып ташлағандар, әммә ике йылдан һуң шеш тағы аҙып, бер нисә ағзаны солғап алған, умыртҡа бағанаһына, яҡын тирәләге тамырҙары менән аортаға ҙур хәүеф янаған.
Пациентты ҡотҡарып булмаҫ кеүек тойола, ике сәғәт һайын ауыртыуҙы баҫҡан уколдар ғына яһап торалар. Ләкин Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары ҡатмарлы, күп этаплы операция яһай.
Беренселәрҙән булып рентген-хирургтар эшкә тотона. 40-50 минуттан Антон Сафонов һәм Никита Кузнецов етәкселегендәге онкологтар әмәлиәтте дауам итә. Был команда алты-ете сәғәт тирәһе тир түгә. Өсөнсө этапта нейрохирургия бүлеге мөдире Алексей Антонов етәкселегендәге бригада өс умыртҡа һөйәген алып ташлап, титан протез ҡуя.
Һөҙөмтәлә 24 йәшлек ҡыҙҙың артабан йәшәүгә өмөтө уяна, атлау һәм хәрәкәт итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Әле ул үҙен ҡәнәғәтләнерлек тоя һәм дауаханала химия терапияһы ала, унан һуң тағы ла тикшереү үтәсәк. Ҡыҙ табиптарға ғүмерен ҡотҡарғандары өсөн рәхмәт белдерә. Башҡортостан табиптарының был оло эше – юғары профессионаллек өлгөһө һәм республикала медицина ярҙамының лайыҡлы кимәлдә булыуын раҫлай.
Фото: 1tv.ru