Май байрамдары яҡынлашып килә. Республика халҡына медицина ярҙамы нисек күрһәтеләсәк? Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған брифингта Һаулыҡ һаҡлау министрлығының өлкәндәргә медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Әлиева ошо хаҡта һөйләне. Ашығыс медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә, ғәҙәттәге режимда күрһәтеләсәк.
Шуның менән бергә 1, 2, 8, 9 майҙа поликлиникалар эшләмәйәсәк, ә 30 апрелдә, 3, 4, 7, 10 майҙа улар шәмбе графигы буйынса 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем халыҡты ҡабул итәсәк. Табипты өйгә саҡырыуҙар, кисектергеһеҙ ярҙам 16.00 сәғәткә тиклем ойоштороласаҡ. 3, 7, 10 майҙа 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем вакцина яһатырға мөмкин буласаҡ.
Фото:eng.ufacity.info