Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Апрель 2022, 08:30

Был ҡарар табиптарға ҡытлыҡты кәметер

Әгәр тораҡтар алыҫ, барып етеүе ауыр булған ерҙә урынлашҡан булһа, компенсация ла 1,5 миллион һәм 750 мең һумға ҡәҙәр арттырыла

Был ҡарар  табиптарға ҡытлыҡты кәметер
Был ҡарар табиптарға ҡытлыҡты кәметер

Ауыл ерҙәрендә, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән өсөн бер тапҡыр бирелгән түләүҙәрҙе тағы ла күберәк медицина хеҙмәткәрҙәре аласаҡ. Бының өсөн “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһына тейешле үҙгәрештәр индерелде. Ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Был мөһим ҡарар ауыл һәм төпкөл райондарҙа табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡты кәметәсәк.

“Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларына ярашлы түләүҙәр ҡаралған. Хәҙер матди ярҙам алыу өсөн ауыл еренә  мотлаҡ күсенеү төп шарт түгел. Дәүләт ярҙамына студент-медиктар, медицина колледжын тамамлап (шул иҫәптән, маҡсатлы уҡыу тураһында килешеү нигеҙендә) тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыусылар ҙа иҫәп тота ала. Табиптар – бер миллион һум, фельдшерҙар 500 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам аласаҡ. Әгәр тораҡтар алыҫ, барып етеүе ауыр булған ерҙә урынлашҡан булһа, компенсация ла 1,5 миллион һәм 750 мең һумға ҡәҙәр арттырыла.  Түләүҙәр алыу өсөн элеккесә кәм тигәндә биш йыл эшләү тураһында дауалау учреждениеһы менән килешеү төҙөлөргә тейеш.

Фото:Samara.er.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: