Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙә шатлығы менән уртаҡлашты.
“Беҙ бөгөн дауаханаларға 22 яңы автомобиль тапшырҙыҡ. Икәүһе Өфөлә ҡаласаҡ, ҡалғандары Башҡортостан буйлап тараласаҡ. Уларҙы федераль һәм республика бюджеттары средстволарына алдыҡ.
Был автомобилдәр илебеҙҙә йыйылған, Lada Largus базаһында – заманса, уңайлы һәм, тағы ла шуныһы мөһим, аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттарҙы, инвалид коляскаларындағы кешеләрҙе ташыу өсөн тейешле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Уларҙа кондиционер, таймай торған иҙән япмаһы, өҫтәмә яҡтылыҡ бар. Үкенескә ҡаршы, райондарҙа инвалидтарҙың ҡайһы саҡта дауаханаға барып етергә мөкинлеге юҡ, шуға күрә бындай машиналарға ихтыяж ҙур – 250 тирәһе кәрәк. Был мәьәләне 2024-2025 йылдарға хәл итергә тейешбеҙ.
Беҙ һаулыҡ һаҡлауҙы артабан да үҫтерәсәкбеҙ – был өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Кешеләрҙең сәләмәтлеге беҙҙең өсөн тәүге сираттағы мәсьәлә".
Фото:VK.com