Вирусологтар фаразы буйынса, май уртаһында коронавирустың сираттағы тулҡыны башланыуы ихтимал. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова сираттағы брифингта билдәләүенсә, республикала коронавирус сире таралыуҙы иҫкәртеү саралары дауам итә, вакцинациялау ҙа бара. Ләкин хәлдәр насарайған осраҡта, яңыраҡ социаль дистанцияны һаҡлау буйынса ғәмәлдән сығарылған сикләүҙәргә кире ҡайтырға тура килеүе ихтимал, ә халыҡ күп йөрөгән урындарҙа мотлаҡ битлек кейергә кәрәк буласаҡ.
“Беҙ яңы тулҡындың еңелерәк үтеүен күҙаллайбыҙ, сөнки май – ҡояштың әүҙемлеге, ҡала ситендәге биләмәләрҙә тарҡау хеҙмәт осоро”, – тине Кононова. Ул республикала тейешле дарыуҙар запасы булдырылыуын, яңы инфекцион госпиталдәр асылыуын, вирусты еңеп сығыу өсөн бөтә ғәмәлдәр барлығын хәтергә төшөрҙө. Ирина Кононова ҡала ситенә сығасаҡ республика халҡына башҡа хәүефле ауырыуҙарҙан – геморрагик биҙгәктән, боррелиоздан һаҡланырға кәңәш итте.
“Миҙгел башланғас, төбәктә талпандар әүҙемләшә. Талпанды мотлаҡ ике инфекцияға тикшертеү зарур: энцефалитҡа һәм боррелиозға. Уларҙың икеһе лә беҙҙең республика өсөн көнүҙәк”, – тине ул.
Бәләгә тарымаҫ өсөн тәнегеҙҙе ҡаплаған кейем кейегеҙ, талпанды ҡурҡыта торған махсус кремдар һөртөгөҙ. Үләнгә, ағас ышығына ятмағыҙ – бөжәк дымлы, күләгәле урындарҙы төйәк итә. Һуҡмаҡтар тирәһендә күп була, эргәһенән үтеп барған кешенең йәки йәнлектең еҫен һиҙә, ҡорбанына ҡаҙалырға әҙер тора. Шуға кейемде, тәнде даими тикшереү зарур.
Бөжәктең тәнгә ҡаҙалғанын күргәс үк, уны һурып сығарырға кәрәк. Бының өсөн зыян күргән урынға май йәки спирт тамыҙып, бер аҙ көтөргә, унан епте элмәк рәүешендә бәйләп, һаҡ ҡына өҫкә тартырға кәңәш ителә. Пинцет та ярап ҡалыуы бар. Тәнгә ҡаҙалған талпанды мотлаҡ лабораторияға тикшереүгә алып барығыҙ. Уларҙың адрестары менән Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы сайтында танышырға мөмкин.
Ауырымаҫ өсөн иң ҡулайлы сара – талпанға ҡаршы вакцина эшләтеү. Бөжәктең ҡаҙалыуы әллә ни һиҙелмәһә лә, уның эҙемтәһе ҡот осҡос булыуы ихтимал. Иң ҡурҡынысы – кешегә энцефалит сире йоғоуы бар. Был йоғошло ауырыу баш мейеһенең елһенеүенә килтерә, кешенең инвалидҡа әүерелеүе, вафат булыуы мөмкин. Әгәр ҙә энцефалитлы талпан ҡаҙалған икән, ашығыс ярҙам рәүешендә иммуноглобулин ҡаҙайҙар.
Талпан боррелиоз менән сирле икән, махсус иҫкәртеү юлы юҡ. Табип антибиотиктар терапияһы билдәләйәсәк. Әгәр ҙә быны эшләмәһәгеҙ, зарарланыу 90 процент осраҡта инвалидлыҡҡа килтерә, сир бер йылдан һуң да үҙен белдереүе ихтимал, тип билдәләй белгестәр.
Талпан ҡаҙалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең лабораториялары Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Бөрө, Туймазы ҡалаларында урынлашҡан. Өфөләге төп лабораторияның адресы: Шәфиев урамы, 7-се йорт, белешмә өсөн телефон: 8 (347) 287-85-23.
Йәшәгән урынығыҙҙа лаборатория булмаһа, талпанды Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең яҡындағы филиалына йә иһә урындағы шәхси лабораторияға тапшырырға була.
Шулай уҡ брифингта рецепт буйынса һатылған дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе тотороҡландырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Атап әйткәндә, Ирина Кононова дефицитҡа әүерелгән яңы дарыуҙар, ҡалҡан биҙе өсөн “Х-тироксин” препараты тураһында әйтеп үтте.
“Әгәр ике аҙна элек беҙҙең дарыуханаларҙа 40 мең самаһы ҡап дарыу булһа, 1 апрелгә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙә 109 мең ҡап барлығы мәғлүм. Һүҙ ығы-зығы тыуҙырған ихтыяжға ярашлы, республиканың дарыухана ойошмаларын 26–28 мартта өҫтәмә препараттар менән тулыландырыу тураһында бара”, – тине министр урынбаҫары. Кәрәкле дарыуҙар эҙләүгә бәйле ауырлыҡтар килеп тыуған осраҡта, Ирина Кононова “Намыҫлы билдә” (“Честный знак”) кеҫә ҡушымтаһын файҙаланырға тәҡдим итте.
“Әгәр система дарыуҙың булыуын күрһәтһә, ә ысынында иһә ул юҡ йәки дарыухана уны рецепт булған осраҡта ебәреүҙән баш тарта икән, “Росздравнадзор”ға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һүҙ лицензия талаптарын һәм шарттарын боҙоу, дарыу алып барылмауы хаҡында бара”, – тине ведомство вәкиле. Башҡа дарыуҙар буйынса мөрәжәғәттәр кәмене, тип билдәләне министр урынбаҫары.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.