Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Апрель 2022, 21:00

Май аҙағында, июндә ни көтөлә?

Ковид менән сирләү осраҡтары арта, тип хәбәр ителде...

Май аҙағында, июндә ни көтөлә?
Май аҙағында, июндә ни көтөлә?

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, июндә илдә COVID-19 менән сирләү осраҡтарының артыуы көтөлә, тип белдерҙе.

“Хәҙер вакцина яһатыу мөһим, сөнки, күҙаллауҙарыбыҙ буйынса, май аҙағы-июндә сирләү осраҡтарының күпләп артыуы ихтималлығы бар, сөнки коллектив иммунитет кәмей”, - тип белдергән ул. Министр 12 майҙан һуң Рәсәйҙәге планлы медицина ярҙамының төп өлөшөн тергеҙеү планлаштырылыуы хаҡында әйткән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәлүмәттәренә ҡарағанда, 30 апрелгә ҡарата, пандемия башланғандан алып, 285 749 кеше ковид менән сирләгән, уларҙың 139-ы – һуңғы тәүлектә. Стационарҙа – 158, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәнерәк 95 кеше. Өйҙә 748, шул иҫәптән 60 йәше тулып үткән 228 кеше дауалана. Үлгәндәр һаны – 5618, уларҙың бишәүһенең ғүмере һуңғы тәүлектә өҙөлгән.

Республикала дауаланғандан һуң 279 225 кеше өйөнә ҡайтарылған. Уларҙың 155-е – һуңғы тәүлектә.

Фото: eduportal44.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: