Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Апрель 2022, 14:30

Оҫталыҡ та, ҡорамал да ярҙамға килгән

Бер ваҡыт ҡайтып барғанда ҡапыл ергә тәгәрәмәһә, ауырыу икәнен белмәй ҙә йөрөр ине...

Оҫталыҡ та, ҡорамал да ярҙамға килгән
Оҫталыҡ та, ҡорамал да ярҙамға килгән

Урамда аңын юғалтҡан ирҙе ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатҡандар. Ҡатмарлы операция дүрт сәғәт дауам иткән.

Баш мейеһенә тоташып үҫкән ҙур шеш барлығын ир белмәгән, сөнки бер ере лә ауыртмаған, уҡшытмаған, ҡан баҫымы үҙгәрмәгән. Бер ваҡыт ҡайтып барғанда ҡапыл ергә  тәгәрәмәһә, ауырыу икәнен белмәй ҙә йөрөр ине. Үтеп барған кешеләр иргә ярҙамға ташлана, кемдер улына шылтырата. Руслан атаһы янына килеп еткәндә ир бик ауыр хәлдә була. 21-се дауахана табиптары ауырыуҙы тикшергәндән һуң баш мейеһенә тәрән ҡушылып үҫкән шеш барлығын асыҡлай. Бер нисә көн буйына  өҙлөгөүҙәр булмаһын өсөн ирҙең хәлен тотороҡландырырға тырышалар.

Табиптар бәләкәй тишемле хирургияға өҫтөнлөк бирә. 21-се дауахананың профессионалдар командаһы эшкә тотона. Өҫтәүенә клиникаға былтыр алынған яңы аппарат – эндоскопик ҡорамал ярҙамға килә. Элек бындай операцияны яһау өсөн баш һөйәгендә ҙур киҫем яһалған. Ә бәләкәй тишемле инвазив технологиялар баш мейеһе структураларына тәьҫирҙе кәметә. Табиптар эш барышын монитор экранында күрә.

Ринатҡа нур терапияһы курсын үтергә кәрәк буласаҡ әле. Әммә был эш яҡындары эргәһендә реабилитация үткәндән һуң ғына башланасаҡ.

Фото: BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: