Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Май 2022, 18:30

"Әйҙәгеҙ минең арттан!"

Баш табип ауырыу балаға ярҙам итеү маҡсатында нимә эшләргә йыйына?

"Әйҙәгеҙ минең арттан!"
"Әйҙәгеҙ минең арттан!"

Иглин районы дауаханаһының баш табибы  Радмир Әмир улы Һәүбәнов ауырыу балаға ярҙам итеү маҡсатында “ЗаБег.РФ–2022” Бөтә Рәсәй ярыммарафонында йүгерәсәк. Был юлы “Мәрхәмәт” фонды тәрбиәләнеүсеһе Назар Әхмәтйәновҡа ярҙам кәрәк. Сара “Демография” милли проектына ярашлы үткәрелә.

“Мин табип булараҡ адинамияның кешенең хәрәкәт әүҙемлегенең тотошлай туҡталыуына килтереү мөмкинлеген аңлайым. Адинамияның төп сәбәптәре - оҙаҡ ваҡыт физик көсөргәнеш булмауы, ултырып йәшәү рәүеше, шуларҙың эҙемтәһе булараҡ, мускулдар атрофияһы, организмға витаминдар һәм минералдар етешмәүе.  Айырыуса ул төрлө диеталар менән мауығыу, ауыр сирҙәр һөҙөмтәһендә организмға токсик матдәләрҙең күпләп инеүе сәбәпле барлыҡҡа килә. Бәлки, минең өлгөгә эйәреп, ҡайһы берәүҙәр әүҙем тормош башлар? Был аҙым хроник арып-талсығыуҙан арынырға ярҙам итер. Кәйефегеҙ күтәрелер, тормошоғоҙ ҡыҙыҡлыраҡ булыр. Депрессияға урын ҡалмаҫ, тимәк, аҙыраҡ сирләрһегеҙ”, - тип яҙҙы баш табип.

Быйылғы марафонда Радмир Һәүбәновтың алты йәшлек улы ла ҡатнаша. Ә “Сделай!” изге эштәр сайтында Назар исемле малай өсөн хәйриә ярҙамы ойошторолған.  Ул мәктәпкә төшкәнсе яҡшы һөйләшә алһын өсөн үҫтереү күнекмәләре бик кәрәк.

Фото: sdelai.org/ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: