Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Май 2022, 22:00

Йөрәккә көс биреү өсөн

Ябай ғына, әммә һөҙөмтәле рецептар тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт булайыҡ!

Йөрәккә көс биреү өсөн
Йөрәккә көс биреү өсөн

Ныҡ һиҙҙергән йөрәк сирҙәре булмаған осраҡта, уны нығытыу, һауыҡтырыу буйынса сараларҙы үҙебеҙ ҙә күрә алабыҙ. 

Бының өсөн берәр стакан күрәгә, йөҙөм, грек сәтләүеге, бер лимонды (ҡабығы менән файҙаланыла) йыуып, киптереп, ит турағыстан үткәрергә, шунан ярты стакан бал ҡушырға ла яҡшылап болғатырға кәрәк. Әҙер ҡатнашманы иртәле-кисле берәр ҡалаҡлап ас ҡарынға - ашарҙан 20-30 минут алда - ҡабырға. Дауаланыу ваҡыты - бер-ике ай. Шифалы ҡатнашма һыуытҡыста һаҡлана.

Тағы бер рецепт. Лимонды ҡабығы менән (төштәрен алып) һәм һарымһаҡты ит турағыстан үткәрәбеҙ, бал ҡушабыҙ (биш лимонға биш һарымһаҡ, 500 грамм бал алына). Уны быяла һауытҡа һалғас, тын алырлыҡ итеп өҫтөн сепрәк менән ҡаплап, биш көнгә ҡараңғы урында ултыртып торорға кәрәк (артабан һыуытҡысҡа ҡуйыла). Ҡулланыу: иртән һәм кис ашарҙан 15 минут алдан йылы һыу менән ҡатнаштырып берәр ҡалаҡлап. Кемдәр йоҡоһоҙлоҡтан интегә, уларға кискә табан был ҡатнашманы ашау ярамай, сөнки уның ағзаларҙы уятып, кәйефте күтәреп ебәрә торған үҙенсәлеге бар.

Дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Фото: flywoman.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в