Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Май 2022, 09:00

Улың “өслө”гә уҡыһа ла...

 Ҡыҙыңды йә улыңды ҡосағыңа алып, яратыуыңды, унан да ҡәҙерлерәк кеше булмауын тағы бер ҡат белдер

Улың  “өслө”гә уҡыһа ла...
Улың “өслө”гә уҡыһа ла...

Мәшәҡәттәреңде ситкә ҡуйып тор, әхирәт... Эштәреңдең осо-ҡырыйы булмаһа ла, балаларыңа күңел йылыһын бирер өсөн бер нисә генә минут  тап әле. Ҡыҙыңды йә улыңды ҡосағыңа алып, яратыуыңды, унан да ҡәҙерлерәк кеше булмауын тағы бер ҡат белдер... Ваҡыт бит йәшен тиҙлегендәй үтә лә китә, бына-бына сабыйҙарың ҡанат аҫтынан сығып, төрлө тарафтарға таралыр...

Әлегә улар һеҙҙең тормошоғоҙҙо йәмләп, яҡтылыҡ һирпеп, бәләкәй генә йөрәктәре менән һеҙгә ышанып,  һәр ҡарашығыҙҙы, хәрәкәтегеҙҙе, һүҙегеҙҙе күңеленә һеңдереп, һеҙгә оҡшарға тырышып үҫергә ынтыла. Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, һөйөүеңде белдереү арағыҙҙағы йылы мөнәсәбәтте  оҙаҡ йылдарға һаҡлар. Донъяла матур һүҙҙәр ифрат күп, уларҙың ҡайһыһын әйтергә оноттоң?  Бәлки, ҡыйыулығың етмәгәндер...

Мөхәббәт тойғоларын йәшермәгеҙ, әсәйҙәр! Балалар өсөн был донъяла  үҙҙәренең яңғыҙ булмауҙарын аңлауы, уны яратыусы кеше булыуын, эргәләрендә һәр саҡ ныҡлы терәк барлығын тойоу  бик мөһим бит. Улыңдың бөгөн “өслө” алыуы ла, ҡыҙыңдың һауыт-һабаны йыуырға “онотоуы” ла әсә мөхәббәтен сикләй алмай.  Балаларыңдың  эске донъяһы, кисерештәре менән  йәшә, ҡыҙыҡһын.  Уларҙың саф  күңеле  әсә һөйөүенә  бик һиҙгер, был йылылыҡты улар ғүмер буйына үҙҙәре менән йөрөтәсәк, хәтерендә һаҡлаясаҡ. Ҡырылмаһа ҡырҡ яҡта ятҡан  мәшәҡәттәреңде ҡуйып тороп,  сабыйҙарыңды ҡосаҡларға, йылы һүҙҙәреңде белдерергә онотма, әхирәт...

Фото:fotoprizer.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: