Күҙ тирәһен тәрбиәләү, ҡарашты нурландырыу, иң мөһиме - үҙеңә яҡшы кәйеф бүләк итеү өсөн бер нисә халыҡ сараһын белеү һәм дөрөҫ итеп ҡулланыу ҙа етә.
1. Иң тәүҙә дарыу үләндәре төнәтмәһен айырым формаларҙа туңдырырға кәрәк. Уның өсөн бер стакан һыуға айырым-айырым бер ҡалаҡ ромашка йә шалфей, бөтнөк йә череда үләндәре һалына, талғын утта бер-ике минут ҡайнатҡас, бер сәғәт төнәтелә, һөҙөлә һәм махсус формаларҙа туңдырырға ҡуйыла. Кәрәк сағында бер шаҡмаҡ боҙҙо алып күҙ ҡабағында һәм аҫтында ипләп кенә йөрөтөргә була. Был ысулдың иҫкәрмәһе бар: тире ҡоро һәм һиҙгер булғанда һәм ҡан тамырсыҡтары өҫтә ятҡанда боҙҙо ҡулланырға ярамай. Шулай уҡ беренсе тапҡырында боҙҙо бер нисә ҡат марляға төрөп ҡулланыу кәрәк.
2. Бешмәгән картуфты ҡырып әҙ генә һөт менән ҡатнаштырырға, шыйыҡ бутҡа хәлендәге массаны йоҡа ситса сепрәккә йәки бер нисә ҡат марляға төрөп 5-10 минутҡа күҙ төбөнә һалып тороу ҙа һөҙөмтәле була. Массаға бер нисә тамсы аевит витамины тамыҙырға ла мөмкин.
3. Берәр өймәләм ҡалаҡ итеп тигеҙ күләмдә ромашка һәм йүкә сәскәләрен алып, бер стакан һыуҙа бер-ике минут ҡайнатырға һәм бер сәғәттәй төнәтергә. Ҡулланыр алдынан һөҙөргә. Мамыҡ түңәрәктәрҙе төнәтмәлә манып, күҙҙәргә 10-15 минутҡа һалырға мөмкин.
4. Укроп һәм петрушканы ла был осраҡта һөҙөмтәле файҙаланып була. Уларҙы (айырым ҡулланыла) ваҡлап турап, һуты бүленә башлағансы уста ыуалап, ҡабаҡҡа һәм күҙ аҫтына һалырға һәм 10-15 минут тоторға. Ә укроп орлоғонан өҫтә (3-сөлә) яҙылғанса төнәтмә яһап, мамыҡҡа манып күҙ төбөнә һалырға була.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, матур һәм бәхетле булайыҡ!
Фото:glazexpert.ru