Алдағы байрам көндәрендә медицина учреждениелары нисек эшләйәсәк? Һеҙҙе эш режимы менән таныштырабыҙ.
7 майҙа – шәмбе графигы буйынса 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, саҡырыуҙар ҡабул итеү менән (шул иҫәптән кисектергеһеҙ саҡырыуҙар ) – 16.00 сәғәткә ҡәҙәр;
8 май – ял көнө;
9 май – байрам көнө;
10 майҙа – шәмбе графигы буйынса 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, саҡырыуҙар ҡабул итеү менән (шул иҫәптән кисектергеһеҙ саҡырыуҙар) – 16.00 сәғәткә ҡәҙәр.
7, 10 майҙа халыҡты яңы коронавирус инфекцияһынан иммунизациялау 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, мобиль, ауыл табиплыҡ амбулаторияларында, участка дауаханаларында эш графигына ярашлы башҡарыласаҡ.
7, 10 майҙа рецептар буйынса дарыу препараттары, махсус дауалау туҡланыуы һәм медицина изделиелары, ауыртыуҙы баҫыу препараттары менән тәьмин итеү “Башфармация” дарыуханаларының эш графигына ярашлы башҡарыла.
7, 8 ,9, 10 майҙа Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, медицина ойошмалары етәкселәре тарафынан дежурлыҡ ойошторола.
Фото: day.org.ru