Республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы байрам көндәренән һуң тағы эш башлаясаҡ. Сара барышында республиканың бөтә райондары медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан солғап алынасаҡ, ауыл кешеләренең белгестәргә күренергә, консультация алырға, тикшеренеү үтергә тулы мөмкинлеге бар.
Бригадалар алты районда түбәндәге график буйынса эшләйәсәк:
Өфө маршруты Ҡырмыҫҡалы районында эш башлай (11 -13 майҙа Яңы Ҡыйышҡы ауылында);
Дыуан маршруты Ҡыйғы районында эш башлай (11-13 майҙа Кандаковка ауылында);
Нефтекама маршруты Мишкә районында эш башлай (11 майҙа Оло Шаҙыла);
Октябрьский маршруты Шаран районында эш башлай (11 майҙа Яңауыл ауылында, 12-13 майҙа Йомазыбашта);
Стәрлетамаҡ маршруты Ғафури районында эш башлай (11 майҙа Юлыҡта, 12-13 майҙа Сәйетбабала);
Белорет маршруты Учалы районында эш башлай (11-13 майҙа Миндәктә).
Алты маршрут та графикка ярашлы эшләйәсәк. 26 мобиль күсмә комплекс һәм 156 белгес эшкә йәлеп ителгән. Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй, сират буйынса ҡабул итәсәктәр.
Фото: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.