Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Май 2022, 23:30

Яҙмышыңа үпкәләһәң...

Тиҙ генә ҡыҙып барыу, насар йоҡо, хафаланыу тойғоһо, яҙмышҡа, йәмғиәткә үпкәләү, үҙегеҙҙе бүтәндәр менән сағыштырып игәү... Күңелдәге ошо йөктән ниҙәр ҡотҡарыр?

Яҙмышыңа үпкәләһәң...
Яҙмышыңа үпкәләһәң...

Насар йоҡо, күңелдә хафаланыу тойғоһо, тиҙ ҡыҙып барыу - бындай халәттәге кешегә үлән сәйҙәре ярҙам итә. Арыҫлан ҡойроғо (пустырник) йә бесәй үләне (валериан тамыры), йә энәлек (боярышник) емеше, йә ала миләүшә (лаванда), йә йылан тамыры (шалфей), йә лимон бөтнөгө (мелисса), йә ҡомалаҡ - ошо үләндәрҙең ҡайһыһын булһа ла алып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Уны ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә. Дауаланыу ваҡыты - бер аҙна. Иҫкәрмәһе бар: ҡан баҫымын төшөрә. Ҡомалаҡ тубырсыҡтарынан мендәр ҙә тынысландырыу көсөнә эйә.

Йән тыныслығы өсөн үҙегеҙгә оҡшаған көй тыңларға мөмкин. Бәхетле мәлдәрҙе иҫкә төшөрөргә, яҡшы яҡтар өсөн үҙегеҙҙе маҡтап алырға, паркка, киноға барыуҙы йә йылыла ябынып ятып китап уҡыуҙы ойошторорға була. Кешеләргә, яҙмышҡа, йәмғиәткә үпкәләүҙе, үҙегеҙҙе бүтәндәр менән сағыштырып игәүҙе туҡтатырға ваҡыт, сөнки һеҙ - айырым шәхес. Дуҫтарығыҙға, туғандарығыҙға ҡунаҡҡа барып килеү, үҙегеҙгә саҡырыу, яҡындарығыҙға шылтыратып һөйләшеп алыу кәйефте күтәрә. Нимәгә булһа ла шатлана белеү - яңы тыуған көнгә, балағыҙға ҡарап, яҡты киләсәкте уйлап һ.б. йәнде тынысландыра.

Киләсәккә план төҙөргә, уҡыясаҡ китаптар теҙмәһен, үҙегеҙҙе камиллаштырыу буйынса нимә эшләргә кәрәклеген пунктлап яҙырға мөмкин.

Көсөргәнештән арындыра торған үләндәр һалып ванна инеү, тирегә еҫле майҙар һөртөү ярҙам итер, физик әүҙемлек тә мөһим урында булырға тейеш.

Фото: psyfiles.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в