Ошо ябай ғына ғәмәлдәр һәр кемдең һау-сәләмәт булыуына йоғонто яһай.
- Бер үк ваҡытта йоҡонан уяныу. Был эш кенә түгел, ял көндәренә лә ҡағыла. Бындай ғәҙәт йоҡоноң яҡшы булыуына тәьҫир итә.
- Һәр иртәне гаджетһыҙ башлау. Бөйөк Британиялағы IDC Research институты ғалимдары смартфондары булғандарҙың 80 проценты тирәһенең, иртән уянғас, мобиль ҡорамалына үрелеүе хаҡында хәбәр итә. Төрлө мәғлүмәттәрҙе, смс-хәбәрҙәрҙе уҡыу, беренсенән, кәйефте төшөрөүгә, икенсенән, ваҡытты бушҡа үткәреүгә килтерә. Смартфондағы мәғлүмәттәрҙе бер нисә минут ҡына уҡып сығайым әле тип, ярты, хатта бер сәғәт ваҡыттың сарыф ителеүе ихтимал.
- Иртән йыуыныу йоҡонан уянырға ярҙам итә.
- Физик күнекмәләр эшләү ваҡытында эндорфиндар – бәхет гормондары – барлыҡҡа килә.
- Уянғандан һуң бер стакан һыу эсеү сәләмәтлек өсөн файҙалы.
- Иртәнге ашты бутҡа, һөт аҙыҡ-түлеге, йәшелсә, еләк-емеш ашауҙан башлау – һаулыҡ нигеҙе, ти белгестәр.
- Һәр көндө алдан планлаштырыу ғүмерҙең бушҡа үтмәүенә булышлыҡ итәсәк.
Айһылыу НИЗАМОВА