Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Май 2022, 11:24

Шифалы үләндәрҙе йыйып ҡалығыҙ

pro-dachnikov.com
Фото:pro-dachnikov.com

Ялан-ҡырҙарҙа ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡаҡы, балтырған кеүек шифалы үләндәр өлгөрә. Уларҙы кинәнеп йыйып, аш, бәлеш бешерергә, бынан тыш, тағы салаттарға ҡушып ашарға мөмкин.

Тәме әскелтем генә булған ҡуҙғалаҡ, мәҫәлән, шифалы үҙенсәлектәре менән файҙалы. Унда С, В1, К, каротин, эфир майҙары, органик кислоталар, шулай уҡ кальций, магний, фосфор, тимер һәм башҡа минераль матдәләр күп. Үҫем­лек­тең йәш япрағы йомшаҡ органик кис­лоталарға бай, тигән фекерҙә белгестәр.

Тәү ҡарауға ябай ғына үлән күренгән ҡуҙғалаҡты элек-электән авитаминозды, анемияны дауалау һәм иҫкәртеү өсөн ҡулланғандар. Өҫтәүенә, ҡуҙғалаҡтағы С витамины организмда тимерҙе үҙләш­тереүҙе тиҙләтә, һөҙөмтәлә гемогло­биндың күтәрелеүенә булышлыҡ итә.

Халыҡ медицинаһында ҡуҙғалаҡ һутын ҡанды туҡтатыу сараһы булараҡ файҙаланғандар. Бешерелгән ҡуҙғалаҡ япрағы төнәтмәһе лә шифалы: ул үт бүленеп сығыу процесын көйләй, ҡанды туҡтатыу өсөн яҡшы, шулай уҡ тирегә сабыртма сыҡҡанда һәм тән ҡысытҡанда файҙаһы ҙур.

Тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне эс киткәндә, бил ауыртҡанда һәм ревматизмдан яфаланғанда эсәләр. Колит, энтероколит һәм башҡа ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, геморройҙан да файҙаһы бар икән.

Әйткәндәй, япрағы ни тиклем ҡарты­раҡ булһа, унда ҡуҙғалаҡ кислотаһы шул тиклем күберәк йыйыла һәм уны күп ашау бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә, шуға күрә был ағза ауыртҡанда ҡуҙғалаҡ ашау тыйыла. Бынан тыш, эсәктәр елһенгәндә һәм туберкулездан да уны туҡланыу рационына индерергә кәңәш ителмәй.

Май айында бик күп шифалы үлән­дәрҙе йыйып ҡалырға кәрәк, шул иҫәптән ҡуҙғалаҡты ла. Файҙалы үләндәр – аяҡ аҫтында, йыбанмай үрелеп йый, аш бешер, төрлө салаттар яһа. Витаминдарға сарсаған организм өсөн шифалы ул, әммә һәр нәмәнең самаһы бар, табип менән кәңәшләшергә лә онотмайыҡ.

Ялан-ҡырҙарҙағы файҙалы үләндәрҙе йыйыу менән бер рәттән, баҡсала ла  файҙалы, әскелтем был йәшел тәмләткесте үҫтерәйек. Тик ҡуҙғалаҡ – үҙенә күрә иркә генә үҫемлек. Ул тура төшкән ҡояш нурҙарын, эҫелекте үҙһенмәй, шуға күрә уны ҡояш иртәле-кисле төшкән, күләгәле урынға ултыртырға кәрәк. Өҫтәүенә, түтәлдәге артыҡ дымлылыҡтан тамырҙары серей башлай, ғөмүмән, ул артыҡ дымды яратмай.

Тағы бер нимә хаҡында оноторға ярамай: үҙенән алда һарымһаҡ, әнис, петрушка, укроп, һуған, ҡабаҡлылар үҫкән ерҙә ул “ҡотороп” уңа. Өҫтәүенә, ҡуҙғалаҡ бер урында биш йыл “ултыра” ала. Шулай итеп, уны тәрбиәләүе, үҫтереүе ауыр тү­гел. Иң мөһиме – дөрөҫ урынға ултыртыу, ваҡытында һыу һибеү, матур тәрбиәләү.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: