Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, ниндәй генә осор булмаһын, һаулыҡ-бәхеттән дә оло ҡыуаныс юҡ был донъяла. Бының өсөн туҡланыуҙың мөһим роль уйнауы хаҡында онотмайыҡ. Шуға рационығыҙҙа биш төр аҙыҡ-түлектең булыуы хаҡында хәстәрлек күрегеҙ.
- Йәшелсә, еләк-емеш. Уларҙың барыһында ла иммунитет өсөн бик кәрәк С витамины күпләп бар. Бынан тыш, улар – антиоксидант та, йәғни тәндең йәшәреүенә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, В төркөмөнә ҡараған витаминдарҙың ялҡынһыныуҙан һәм башҡа кире йоғонтонан һаҡлауы хаҡында оноторға ярамай.
- Сәтләүектәр. Уларҙа омега 3, Е һәм Н (биотин, В7) витаминдары бар. Әйткәндәй, Е витамины ла – көслө антиоксидант.
- Диңгеҙ аҙыҡ-түлеге. Улар организмды шулай уҡ омега 3, йод, цинк, аҡһым менән тәьмин итә. Һуңғыһы, белеүебеҙсә, быуындар ғына түгел, тире күҙәнәктәре өсөн дә төҙөлөш материалы.
- Ит. Уны аҙнаһына ике тапҡыр булһа ла ашарға кәрәк, сөнки унда организм өсөн мөһим аҡһым менән тимер бар. Тап улар организмды, шул иҫәптән тирене кислород менән тәьмин итә. Ә был иһә матурлыҡтың, сәләмәтлектең үҙе. Бигерәк тә бауырҙың файҙалы икәнлеген онотмайыҡ.
- Ярма, дөгө, макарондың ҡаты сорттары В һәм РР төркөмөнә ҡараған витаминдарға бай. Улар аҙыҡ-түлектең яҡшы эшкәртелеүен тәьмин итә, эсәктәрҙең сәләмәт булыуы өсөн яҡшы. Ә уларһыҙ тән матурлығын хатта күҙ алдына килтереүе ауыр.
Әле һауа торошоноң тотороҡһоҙ осоро. Берсә ямғыр һибәләй, берсә ҡояш нурҙары һаран ғына битте иркәләй, өҫтәүенә, төрлө инфекциялар һағалай. Тап бына ошондай ваҡытта туҡланыуҙың сәләмәтлеккә, тимәк, матурлыҡҡа ла йоғонто яһауы хаҡында онотмайыҡ һәм үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, һау булайыҡ. Бигерәк тә әлеге төрлө вирустар ҡоторған, организм витаминдарға “һыуһаған” осорҙа һаулығыбыҙға һаҡсыл ҡарашта булайыҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА