Ата-бабаларыбыҙ электән һуған һәм һарымһаҡ ашаған. Был юҡҡа түгел, сөнки тап ошо йәшелсәләр вирустарҙы һәләк иткән матдәләргә – фитонцидтарға – бай. Шулай уҡ һуған менән һарымһаҡтың файҙаһы тураһында түбәндәгеләрҙе лә белеү ҡамасауламаҫ.
Шеньяндағы Ҡытай медицина университетының Беренсе дауаханаһы ғалимдарының тикшеренеүҙәре шуны раҫлаған: ошо йәшелсәне көндәлек рационға индергәндә, һөт биҙе, простата, эсәк яман шеше менән сирләү хәүефе кәмей.
Әйткәндәй, һуған менән һарымһаҡты бешерелмәгән килеш ашау күпкә файҙалыраҡ. Көн һайын һуғандың дүрттән бер өлөшөн һәм һарымһаҡтың бер бүлкәтен ашарға кәрәк.
Әммә ошо ике йәшелсә араһынан һарымһаҡ үҙендә әүҙем матдәләрҙең күберәк булыуы менән отошлораҡ. Ул, һуған менән сағыштырғанда, холестерин кимәлен кәметә. Һуғандың ашҡаҙанға ла насар йоғонто яһауы бар.
Шуға панкреатит йәки ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәренән яфаланғандарға, ғөмүмән, башҡаларға һуған йәки һарымһаҡ ашау алдынан белгестәрҙән кәңәш алыу зыянға булмаҫ.
Айһылыу НИЗАМОВА