Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Май 2022, 23:00

Ҡайын япрағының шифаһын күрегеҙ!

Ошо мәлдәге ыуыҙ ғына япраҡтың шифаһын халыҡ борон-борондан белгән һәм киң ҡулланған. Һеҙҙең иғтибарға - бер нисә файҙалы рецепт.

Ҡайын япрағының шифаһын күрегеҙ!
Ҡайын япрағының шифаһын күрегеҙ!

Ҡайын япрағының шифаһын халыҡ борон-борондан белгән һәм киң ҡулланған. Уны ағас япраҡ ярған мәлдә – май айында, июнь башында йыйырға кәңәш итәләр.

Ҡайын япрағы – бик яҡшы антисептик, шулай уҡ ул елһенеүгә ҡаршы тороу, һейҙек ҡыуыу, шешенеүҙе бөтөрөү, организмдан шлактарҙы сығарыу һәләтенә эйә. Сама белеп эскәндә, төнәтмәнең кире эҙемтәләре юҡ.

Йәш япраҡтан әҙерләнгән төнәтмә эсәктәге ҡорттарҙан (лямблиоз) арынырға ярҙам итә. Бының өсөн 10-15 бөртөк япраҡты эҫерәк һыуҙа сайып, стаканға һалығыҙ һәм өҫтөнә 200 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Өҫтөн ябып, ярты сәғәт самаһы ултыртып тороғоҙ. Ашауҙан ярты сәғәт алда көнөнә өс тапҡыр бер ай дауамында эсергә.

Ҡайын япрағы төнәтмәһе шулай уҡ бөйөр, бауыр сирҙәренән, тире ауырыуҙарынан шифалы, ҡан баҫымын көйләй, кешегә көс, дәрт өҫтәй. Мәлендә йыйып, еләҫ урында дөрөҫ киптерһәгеҙ, йыл буйына рәхәтләнеп ҡуллана аласаҡһығыҙ. Бер аш ҡалағы кипкән япраҡҡа бер стакан һыу ҡушып ҡайнатып сығарығыҙ һәм бер сәғәт йылы урында төнәтегеҙ. Ашар алдынан ярты стакан эсергә тәҡдим ителә.

Ыуыҙ ғына шифалы япраҡтар косметологияла ла киң ҡулланыла. Уларҙан иҙмә эшләп, саҡ ҡына крем ҡушып, битегеҙгә маска эшләһәгеҙ йәки япраҡ бешекләнгән һыу менән йыуһағыҙ, тирегеҙ сафланып, йомшарып китер. Әгәр тәбиғи төнәтмәләргә аллергия йәки башҡа төрлө реакция булһа, табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Сәләмәт булығыҙ!

Фото: wallpaperscraft.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: