Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Май 2022, 15:00

Был дауаны күптән белгәндәр

Беҙгә ярты килограмм ҡыҙыл йә шәмәхә төҫлө һуған, ярты килограмм...

Был дауаны күптән белгәндәр
Был дауаны күптән белгәндәр

Хәҙерге заманда күп кеше тын юлдары сирҙәре менән яфалана. Астма, бронхит бигерәк тә киң таралған. Уның нигеҙле сәбәптәре булып төрлө инфекция, аллергия йә тәмәке тартыу тороуы мөмкин. Элек йүткеректе баҫыу өсөн төрлө халыҡ сараларын ҡулланғандар. Хәҙерге заманда ла был алымдар тураһында белергә һәм, килешкәндәй булһа, ҡулланырға була.

Был рецепт өсөн ярты килограмм ҡыҙыл йә шәмәхә төҫлө һуған, ярты килограмм шәкәр ҡомо, ике лимон, 1,5 литр һыу, ете ҡалаҡ бал кәрәк.

Әҙерләү. Шәкәрҙе металл һауытта талғын утта болғай-болғай йылытабыҙ. Һуғанды ваҡ итеп турап шәкәргә һалып, һыуҙы өҫтәргә лә ҡайнатырға ҡуйырға. Һыуҙың өстән бер өлөшө ҡайнап бөткәс, алып һыуытырға. Шунан бал һәм лимон һуты өҫтәп яҡшылап болғатырға. Ҡатнашманы төнгөлөккә ултыртып ҡуйырға. Икенсе көнөнә иләк аша һөҙөп быяла һауытҡа ҡойорға.

Ҡулланыу. Шифалы эсемлекте ашарҙан алда берәр ҡалаҡлап эсергә. Төнәтмәне йүткерек баҫылғансы ҡулланырға мөмкин.
Фото:wayhealth.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в