Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Май 2022, 09:45

Сәсергә онотманығыҙмы?

А витамины етешмәһә, кеше эңерҙә күреү һәләтен юғалта,  саҡ ҡына ҡараңғыла ла күрмәй торған күҙ ауырыуы башлана...

Сәсергә онотманығыҙмы?
Сәсергә онотманығыҙмы?

Кишерҙән дә ябай йәшелсә юҡтыр. Әммә уның организмға кәрәкле витаминдарға, минералдарға бай булыуы яҡшы билдәле. Уны бешереп тә, сей көйөнә лә ашарға була. Бешергәндә С витамины тарҡалһа ла, А һәм Е витаминдары һаҡлана. Өҫтәүенә ғалимдар термик эшкәртеү кишерҙә антиоксиданттар кимәлен арттыра тип иҫәпләй.

Кишер бета-каротинға бай. Бауыр ферменттары тәьҫирендә ул эске ағзалар һәм системалар эшмәкәрлегенә ярҙам итеүсе  А витаминына (ретинол) әүерелә.   Барыһынан да элек күҙҙәр сәләмәтлеген һаҡлай. Был витамин етешмәһә, кеше эңерҙә күреү һәләтен юғалта,  саҡ ҡына ҡараңғыла ла күрмәй торған күҙ ауырыуы башлана. Икенсенән, А витамины күҙҙәрҙең селтәрле шекәрәһе  сәләмәтлеген һаҡлай һәм күҙ алмаһының эске ҡабығының быуындан-быуынға насарлана барыуын  иҫкәртә. Ретинол һөйәктәр, тештәр, тырнаҡтар формалашыуында мөһим роль уйнай. Тиренең һәм сәстәрҙең матурлығына ла ыңғай йоғонто яһай.  Был витамин яҡшы үҙләштерелһен һәм организмға файҙа килтерһен өсөн сей кишерҙе үҫемлек майы йәки ҡаймаҡ менән ашарға кәрәк, ти диетологтар. Кишер күҙәнәкле туҡымаға бай булғанлыҡтан, аҙыҡ эшкәртеүҙе көйләй, ә калий һәм магний йөрәк-ҡан системаһы өсөн файҙалы.  Медицинала элек-электән был тамыр аҙыҡты дауалау үҙенсәлектәренә эйә тип иҫәпләйҙәр. Уны каротин алыу өсөн сеймал итеп файҙаланалар.  Шулай уҡ унан күҙәнәкле туҡыма, глюкоза, лецитин, эфир майҙары алалар.

 Стоматологтар  тештәр һәм теш ҡаҙналары  ныҡ булһын өсөн сей кишерҙе йышыраҡ ашарға кәңәш итә.  Ә каротин теш эмален нығыта.

Бер һүҙ менән әйткәндә, был ябай, әрһеҙ тамыр аҙыҡты   күккә сөйөп маҡтауҙың  бер кәрәге лә юҡ, һәр уңған  хужабикә уны йыл да баҡсаһында сәсеп тәрбиәләй һәм аш-һыу әҙерләүҙә рәхәтләнеп файҙалана.

Фото:  mk.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: