Әлеге ваҡытта Башҡортостанда әүҙем рәүештә диспансерлаштырыу бара. Бөгөнгә ҡарата процедураны 293354 кеше үткән, был быйылғы йыл планының 28,4 проценты. Ошо турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин белдерҙе.
– Профилактик медицина тикшереүен 65 мең кеше, коронавирустан һуң тәрәнәйтелгән диспансерлаштырыуҙы 66522 пациент үтте, – тине ул.
Шулай уҡ әле республика буйлап “Сәләмәтлек поездары” йөрөүен дауам итә. Улар алты маршрут буйынса таралған. Баш ҡала табиптары бер аҙнала 8582 кешене тикшергән. Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, был тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса 11 кешелә - яман шешкә, 123 кешелә - шәкәр диабетына, өс кешелә - туберкулез һәм 384 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә шик асыҡланған.
“Ғ, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ныҡлап тикшерелеү өсөн 131 кеше йүнәлтелгән. 35 кеше дауаханаға ятасаҡ, туғыҙ кешегә коронароангиография эшләнәсәк, – тине ул.
20 майға тиклем “Сәләмәтлек поездары” Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мишкә, Шаран, Ғафури һәм Учалы райондарында эшләйәсәк.
Фото tuvest.ru