Бөтә яңылыҡтар

Ял итеү өсөн нисә көн кәрәк?

Әгәр беҙ баш мейеһенә ял итергә мөмкинлек бирмәйбеҙ икән, хеҙмәт етештереүсәнлеге аҡһаясаҡ, кәйеф төшәсәк, сәләмәтлек ҡаҡшаясаҡ 

Ял итеү өсөн нисә көн кәрәк?
Ял итеү өсөн нисә көн кәрәк?

Кешегә ысын мәғәнәһендә ял итеү өсөн күпме ваҡыт талап ителә? Психология фәндәре кандидаты  Светлана Колосова әйтеүенсә, психологик көсөргәнештән  бер нисә көндә арыныу мөмкин түгел. Был хаҡта ул Sputnik радиоһына биргән интервьюһында  һөйләне.

“Беҙ эштә физик арып-талсығыуҙан тыш, психологик яҡтан ныҡ арыйбыҙ. Ни өсөн кешенең ял иткеһе килә? Сәбәбе – психологик көсөргәнештең ҙур булыуы. Кеше  көн һайын үҙенең баш мейеһе, хәтере аша әллә күпме мәғлүмәтте үткәрә. Психологик баҫым ныҡ арыта. Шуға күрә физик ял итеү генә кешегә етмәй, психологик яҡтан  ял итеү ҙә мөһим”, – ти эксперт.

Кешегә ял итеү өсөн өс көндән бер аҙнаға тиклем ваҡыт кәрәк, әммә сифатлы ысын ял өсөн өс аҙна ваҡыт талап ителә. Тик был осорҙа шөғөлдәр төрөн алыштырыу мөһим, тип иҫәпләй ғалим. Әгәр беҙ баш мейеһенә ял итергә мөмкинлек бирмәйбеҙ икән, хеҙмәт етештереүсәнлеге аҡһаясаҡ, кәйеф төшәсәк, сәләмәтлек ҡаҡшаясаҡ.  Хәҙерге заман кешеһе самаһыҙ рәүештә ҙур көсөргәнеш менән эшләй. Эш көнөнән һуң арып-талсыҡҡанын  өйгә ҡайтҡас ҡына тоя. Бындай ритмда йылдар буйы эшләү сәләмәтлектә, ижади  ҡеүәттә, хеҙмәт сифатында сағыла. Үҙен гел арыған, йонсоған ҡиәфәттә күргән  кешене бәхетле тип атап булмайҙыр.  Баш мейеһенә ял бирергә кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр, тәнәфес яһағандан һуң ижади фекерләү, уйлау ҡеүәһе яҡшыра. Һауыт-һаба йыуыу, баҡсала эшләү, урманда йөрөү һәм башҡа аҡыл эшмәкәрлеге менән бәйле булмаған шөғөлдәр  кешегә бик кәрәк. Социаль селтәрҙәр ял итеүгә ныҡ ҡамасаулай. Кәрәге булмаған юҡ-бар хәбәрҙәр, нервы ҡуҙғытыусы негатив мәғлүмәттәр бары психологик көсөргәнеш, стресс тыуҙырырға һәләтле. Дөрөҫ ял итеү оҙайлы бәхетле ғүмер  кисерергә ярҙам итер.

Фото:kp.ru

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в