Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Май 2022, 14:00

Буҙа – шәп эсемлек!

Мин буҙаны күберәк яҙғы баҡса эштәре осоронда ҡоям. Рецепт - яҙмала. 

Буҙа – шәп эсемлек!
Буҙа – шәп эсемлек!

Бөгөн буҙа күптәрҙең яратып эскән эсемлегенә әйләнде. Мин уны күберәк яҙғы баҡса эштәре осоронда ҡоям. Ни өсөнмө? Сөнки баҡсала эшләп, асығып, һыуһап китһәң, бына тигән ризыҡ! Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла, һыуһынды ла ҡандыра!
Кисә кистән эшләгән буҙам бөгөн иртәнсәккә күпереп кенә ҡалҡып сыҡҡан ине. Мин күп осраҡта рецепттар буйынса бешеренмәйем, барыһын да сама менән үҙемсә эшләйем. Буҙаны ла шулай.

Яҡынса 700-800 грамм тирәһе геркулестың өҫтөнә 3,5-4 литр тирәһе таҙа һыу ҡойоп, төбөнә йәбешмәһен өсөн яҡшы итеп болғап, ҡайнатып сығарам да ярты сәғәт тирәһенә плитәнең иң бәләкәй утында ҡалдырам. Артабан ике-өс сәғәт шунда ултырып һыуына (йылымыс хәлгә килә). Массаны тишекле сүмес аша һөҙөп, 100 грамм самаһы аҡ май (магазиндыҡын ҡулланам), 200 грамм самаһы шәкәр һалып яҡшы итеп болғайым. Геркулесы күберәк булып, ҡуйыраҡ килеп сыҡһа, ҡайнап һыуынған һыу өҫтәйем. Әгәр масса һыуыныбыраҡ китһә, талғын утта май ирегәнсе генә йылытып алам. Ошоға алдан ҡалдырылған башты (буҙаны) ҡоям һәм 10-12 сәғәттән файҙалы ла, туҡлыҡлы ла эсемлек әҙер!

Автор фотолары.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: