Бөтә яңылыҡтар

Матур сәстәр - сәләмәтлек көҙгөһө

Йыш ҡына сәс ҡойолоу, уның төҫө тоноҡланыу, тиҙ һыныусан булыуы кеүек күренештәр менән осрашабыҙ. Ошоға бәйле, Ағиҙел ҡалаһынан Дилә Ғиззәтуллина түбәндәге тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан.

Матур сәстәр - сәләмәтлек көҙгөһө
Матур сәстәр - сәләмәтлек көҙгөһө

Сәстәр таҙа, матур булһа, һис шикһеҙ, ул кешене йәшерәк күрһәтә, сәләмәтлеге көҙгөһө булып тора. Әммә йыш ҡына һәммәбеҙ ҙә сәс ҡойолоу, уның төҫө тоноҡланыу, тиҙ һыныусан булыуы кеүек күренештәр менән осрашабыҙ. Бөгөн иһә ошоға бәйле кәңәштәр тәҡдим итмәксебеҙ. Мәҫәлән, Ағиҙел ҡалаһынан Дилә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА түбәндәге тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан.

“Сәстәремдең үтә нескә, мурт булыуынан ғазаплана инем. Әллә күпме дауалау шампундәре лә ярҙам итмәне. Унан тыш, туҡтауһыҙ буяп торғас, улар ҡойола башланы. Бер заман тәжрибә яһарға булдым. Йомортҡаға бер сәй ҡалағы үҫемлек майы  һалдым,  аш ҡалағы менән лимон һуты, шампунь өҫтәнем. Был ҡатнашманы сәскә һылағас, полиэтилен ҡап менән яптым, таҫтамал ураным. Әйтергә кәрәк, оҙағыраҡ тотоп ташлағанмын – сәғәттән ашыу. Әммә борсолоуҙарым бушҡа булды –   сәсте киптереп, тарағас, аптырап ҡалдым: улар ҡабарып тора, шыма. Рекламалағы кеүек! Мин был процедураны аҙна һайын ҡабатлай башланым, һөҙөмтә ыңғай. Элек һәр ваҡыт ҡыҫҡартылған сәс йөрөтә инем, ә хәҙер минең сәстәремдән теләһә кем көнләшерлек”,  –  тип яҙа Дилә ханым.  

Унан тыш белгестәр түбәндәге кәңәштәрен бирә:
 – сәс ҡойолоу андроген тигән гормонға бәйле. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ­ҙың сәсе, ирҙәрҙеке кеүек, урыны-урыны менән ҡойолмай – тотош баш тиреһе буйынса һирәгәйә.

– көнөнә 50 – 100 сәс ҡойо­лоуы ихтимал. Әгәр ҙә сәс услап ҡойолһа, табипҡа күренергә кәрәк. Был билдә орга­низм­дағы дөйөм хәлһеҙләнеү, бәғзе сирҙәр хаҡында иҫкәртә.


– башты үтә ныҡ эҫе йәки һыуыҡ һыу менән йыуырға, сәсте еүеш килеш тарарға ярамай.

Фото: photo-hair.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в