“Бөгөн, Шәфҡәт туташтары көнөндә, #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында Шаран районынан һоҡланғыс династия тураһында һөйләге килә.
Валентина Васильевна Батырбаева һәм уның ҡыҙы Натальяның дөйөм хеҙмәт стажы – 70 йыл! Шәфҡәт туташы хеҙмәте улар өсөн ғаилә эшенә әүерелгән. 1975 йылдан алып пенсияға сыҡҡанға ҡәҙәр – ә был 46 йыл тигән һүҙ! Валентина Васильевна педиатрия бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып эшләй.
Валентина Батырбаеваның ҡыҙы Наталья Карманова 1998 йылдан алып Шаран районы дауаханаһында шәфҡәт туташы. Физиотерапия кабинетында, терапия бүлексәһендә, шәфҡәт туташтары тәрбиәһе бүлексәһендә, аҙаҡ паллиатив медицина ярҙамы бүлексәһендә хеҙмәт итә.
Һөнәргә бына шундай һоҡланғыс тоғролоҡ! Валентина Васильевна һәм Наталья Абдуляновнаны, бөтә шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайым!" - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото Радий Хәбировтың сәхифәһенән.