Бөтә яңылыҡтар

“Яңы” йөрәк менән футбол уйнарға ла була...

”Халыҡ сәләмәтлеге” көндәрендә ағзалары күсереп ултыртылған пациенттарҙың табиптар менән футбол яланында осрашыуы бына һигеҙенсе йыл инде ҡабатлана. 

“Яңы” йөрәк менән  футбол уйнарға ла була...
“Яңы” йөрәк менән футбол уйнарға ла була...

 Бына һигеҙ йыл инде Илдар Вафин күсереп ултыртылған йөрәк менән йәшәй. Уның футбол майҙаны буйлап туп артынан ҡыуыуын күреп,  ғәжәпләнмәү мөмкин түгел. 2011 йылда уға кардиомиопатия – миокарда зарарланыуы тигән диагноз ҡуйыла. Хәл көндән-көн насарлана, ә дауаланыу һөҙөмтә бирмәй.

“Мин яртылаш булһа ла ҡәҙимге тормош менән йәшәй аласағыма ышанманым. Мәҫәлән, биҙрә  күтәреү ҙә минең өсөн ҙур хыял ине. Хәҙер үҙемде яҡшы тоям”, – ти ул.

”Халыҡ сәләмәтлеге” көндәрендә ағзалары күсереп ултыртылған пациенттарҙың табиптар менән футбол яланында осрашыуы бына һигеҙенсе йыл инде ҡабатлана.  Сараның төп маҡсаты – кешеләрҙең иғтибарын үҙҙәренең сәләмәтлегенә йүнәлтеү, трансплантологиянан ҡурҡмаҫҡа өйрәтеү.  Был операция дауаламай, ә кешегә йәшәргә мөмкинлек бирә. Бөгөн 12 йылдан ашыу күсереп ултыртылған ағзалар менән йәшәгәндәр бар.

 Быға тиклем һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын биләгән Максим Забелин был юлы көйәрмәндәр трибунаһында. Һәр командала табиптар ҙа, пациенттар ҙа бар. Ике таймдан һуң Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы еңеү яуланы. Бында еңеүҙе ике яҡ команда ла байрам итергә ғәҙәтләнгән. Был спорт уйыны ғына түгел, ә хәүефле сирҙе еңеү тигән һүҙ.

Фото:Башҡортостан ДТРК-һы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в