Бөтә яңылыҡтар

“Сәләмәтлек поездары” ҡайҙа юл тота?

822 кешенең ҡанында глюкоза кимәле, 809 пациентта – холестерин, 1 196 кешелә – ҡан баҫымы, 727 кешелә тән ауырлығы юғарылығы күҙәтелгән...

“Сәләмәтлек поездары” ҡайҙа юл тота?
“Сәләмәтлек поездары” ҡайҙа юл тота?

 “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы республика райондары буйлап дауам итә.  Ауыл кешеләре белгестәрҙән консультация ала, медицина тикшеренеүе үтә, уларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә. Акция башланғандан алып бөтәһе 8 582 кеше ҡабул ителгән. 6 267 тикшереү үткәрелгән.

822 кешенең ҡанында глюкоза кимәле, 809 пациентта – холестерин, 1 196 кешелә – ҡан баҫымы, 727 кешелә  тән ауырлығы юғарылығы күҙәтелгән. 736 кешенең тәмәке тартыуы асыҡланған.

744 кешелә социаль әһәмиәтле сирҙәр, шул иҫәптән 509 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре асыҡланған, 44 кешелә онкология сиренә, ике кешелә туберкулезға шик белдерелгән.

Медицина бригадалары алты районда график буйынса эшләй:

Өфө маршруты Ҡырмыҫҡалы районында эшен тамамлай (16 майҙа Бишауыл-Уңғар ауылында, 18 майҙа Илтуғанда, 19 майҙа Николаевкала);

Дыуан маршруты Ҡыйғы районында эшен тамамлай (16 майҙа Абзайҙа, 19-20 майҙа Ләүйылғала);

Нефтекама маршруты Ҡариҙел районында эш башлай ( 16 майҙа Подлуб ҡасабаһында, 17 майҙа Әртәкүлдә, 18 майҙа Иҫке Иткүстелә, 19 майҙа Тайҡашта, 20 майҙа Үрештә);

Октябрьский маршруты Шаран районында эшен тамамлай ( 16 майҙа Салмалыла, 19 майҙа Саҡтыла);

Стәрлетамаҡ маршруты Ишембай районында эшен башлай ( 16 майҙа Петровский ауылында, 19 майҙа Маҡарҙа);

Белорет маршруты Учалы районында эшен тамамлай (16 майҙа Уральскийҙа, 19 майҙа Ахун ауылында).

 Бөтә маршруттар ҙа ауылдар буйлап графиктарға ярашлы эшләй. 26 күсмә мобиль комплекс һәм 156 белгес эшкә ҡушылған. Белгестәр сират менән ҡабул итә. Алдан яҙылыу кәрәкмәй.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

“Сәләмәтлек поездары” ҡайҙа юл тота?
“Сәләмәтлек поездары” ҡайҙа юл тота?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в