Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре Луганск Халыҡ Республикаһына “Толпар” күсмә стоматология комплексында сәфәргә сыҡты. Табип-стоматолог Лилиә Исмәғилева, шәфҡәт туташы Гөлнара Кочеганова һәм водитель Руслан Ғибаҙуллиндан торған бригада балаларҙың тештәрен дауалаясаҡ, сәләмәтлек дәрестәре үткәрәсәк, гигиена саралары бүләк итәсәк.
–“Толпар” комплексы табиптарға Ер шарының бөтә мөйөштәрендә медицина тикшеренеүе үткәрергә ярҙам итә ала, – тине 3-сө поликлиниканың баш табибы Римма Ғәниева. – Бер нисә йыл эсендә беҙ уның менән Башҡортостандың алыҫ райондарын ураныҡ, балаларға медицина ярҙамы күрһәттек.
Шуға күрә Луганск Халыҡ Республикаһына тап ошо мобиль комплексты ебәрергә ҡарар ителгән. Тәжрибәле медицина хеҙмәткәрҙәренә уңышлы сәфәр теләйбеҙ!
Фото: Өфөләге 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы.