Бөтә яңылыҡтар

Ҡороған ағас япраҡ ярмай, емеш бирмәй...

Ни өсөн ерҙә яланаяҡ тороп алыр кәрәк?

Ҡороған ағас япраҡ ярмай, емеш бирмәй...
Ҡороған ағас япраҡ ярмай, емеш бирмәй...

Эргә-тирәбеҙҙә йөҙҙәренән нур сәсеп торған бәхетле кешеләр барыбер күберәк. Улар эргәһендә рәхәт, еңел, күңел изгелек, яҡтылыҡ менән тулыша. Ундайҙарҙың көндәлек тәжрибәһен өйрәнгәндә йәшәйештәрендә күп уртаҡ һыҙаттар барлығы күренә, тормошҡа, кешеләргә яратып бағыуҙары, изге күңелле булыуҙары менән айырылалар. Бәхетлеләрҙән һеҙгә лә бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

1. Тирә-яҡтағы һәр тереклекте күрергә һәм яратырға өйрән - үлән, ағас, ҡоштар, йәнлектәр, ер, күк йөҙө һ.б. Уларға бөтә йөрәгең менән иғтибарлап баҡ - һәм китаптарҙа ла яҙылмаған белемгә эйә булырһың. Улар эргәһендә үҙең дә барлығыңды тойоу мөһим.

2. Ер менән бәйләнеш булдырыуҙы хәстәрлә - һәр миҙгелдә лә бер аҙ ерҙә яланаяҡ баҫып тороуҙы ғәҙәт ит.

3. Эстән нимәлер кимерә икән, урмандар, болондар буйлап йөрө. Йылға буйҙарына барырға тырыш - ағым һыу арыуҙы ала, уйҙарҙы таҙарта, хәсрәтте алып китә. Доғалар уҡыу, физик эш менән шөғөлләнеү ҙә күңелдә һиллек, тигеҙлек урынлашырға булышлыҡ итер.

4. Һыуһағанды көтмәйенсә, ҡайҙа булһа ла таҙа һыу эсергә тырыш. Ул - дауаларҙың дауаһы. Татлы һәм тоҙло һыуҙан баш тарт. Беренсеһе бауырҙы ашаһа, икенсеһе ҡан тамырҙарын бөрөштөрә.

5. Аш өҫтәлендә һәр көн йәшелсә, еләк-емеш түрҙән урын алһын. Үҙ еребеҙҙә ҡояш нурҙарына мансылып үҫкәне иң файҙалыһы иҫәпләнә. Беренсе урынға сөгөлдөрҙө ҡуйыуҙары юҡтан ғына түгел. Артабан - фасоль, ташҡабаҡ, еләк-емеш, кишер, помидор, борос, шпинат, салат, алма, виноград, слива.

6. Итте һирәк ҡулланыу яҡшы, сусҡа итен бөтөнләй ашарға ярамай.

7. Колбаса, ҡыҙҙырылған картуф, печенье, тәм-том, консерва, маринадтарҙың зыянлы аҙыҡ икәнен хәҙер белмәгән кеше юҡ. Улар урынын ярмалар, фасоль, йәшел ҡыяҡлы үләндәр тултырырға тейеш. Был осраҡта һоло менән туҡланған аттың ниндәй йөктәр тартҡанын, ә итһеҙ тора алмаған йыртҡыс йәнлектәрҙең ялҡаулығын миҫалға килтерергә булалыр.

8. Әҙләп, әммә йыш ашау яҡшы. Асығыу тойғоһон баҫыу өсөн күберәк һыу, компот эсергә, сей йәшелсә, бөтөн ярмаларҙан бешерелгән бутҡа ашарға була. Аҙнаһына бер тапҡыр тәүлек буйы ашамай, һыу ғына эсеп тороу организмды нығыта, йәшәртә, йөрәккә көс өҫтәй, еңеллек бирә. Ашарҙан алда ла, аҙағынан да шыйыҡлыҡ эсергә кәрәкмәй.

9. Иртә тороп, иртә ятыуҙы ғәҙәткә индереү отошло, шулай иткәндә, тән ныҡлы, рух сәләмәт булыр. Мейе төнгө ваҡытта, ҡараңғыла ғына, тулыһынса ял итә алғаны күптән мәғлүм. Әҙ ултырырға тырыш, әммә йоҡоң туйғансы йоҡла.

10. Көндөҙ йөҙтүбән ятып серем итеп алыу һөҙөмтәле - ҡан башты һәм битте сафландыра. Ашағандан һуң йоҡлау ҡанды ҡуйырта, ҡан тамырҙарына май ултырта. Киске аштан һуң тышта ярты сәғәттәй йөрөп килеү файҙалы.

11. Күп ваҡыт саф һауала йөрөргә тырыш. Торлаҡта һалҡынсараҡ булырға тейеш. Ҡул-аяҡтың - йылыла, ә баштың һалҡында булыуы яҡшы, тип боронғолар белмәй әйтмәгән.

12. Тиҙ сирләүсән, өшөмһәк булғанда, организмды төрлө үләндәр ярҙамында нығытырға була: ҡарағат, ер һәм ҡурай еләктәре, уларҙың япраҡтарын, ваҡланған ботаҡтарын ҡайнар һыуҙа төнәтеп, көнө буйы эсеү иммунитетты күтәреүгә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмаҫ.

13. Сәтләүектәр тураһында айырым әйтергә кәрәк. Уларҙа мейе өсөн файҙалы матдәләр күп. Көн һайын бер балғалаҡ сәтләүек майы ҡулланыу ҙа мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә.

14. Кешеләр менән иғтибарлы, мөләйем булыу зарур. Уларҙың һәр береһенән нимәгәлер өйрәнергә була. Кешеләрҙе ныҡ яҡын дуҫ та итмә, дошманлашма ла - артыҡ хәсрәтең булмаҫ.

15. Эстәге камиллыҡ нимәнән ғибәрәт: һиңә яҙғаны үҙе килеп керер, тик сабырлыҡ менән көтә бел; һиңә тейеш түгел икән, күпме көс түгеп тырышһаң да эләкмәҫ.

16. Йәнең һәм йөрәгең таҙа, саф, ә баш тыныс булһын - күрәҙәселәргә, йондоҙнамәгә ышанма.

17. Күп хәрәкәт ит, яңы эш башлауҙан, яңы танышыуҙарҙан ҡурҡма - үҙең дә яңырырһың. Ҡул эшләгәндә баш ял итә, киреһенсә, баш эшләгәндә, тән көскә тулыша, сыныға.

18. Ҡороған ағасҡа оҡшама - гел генә башҡаларҙан файҙа эҙләмә, үҙең дә изгелек сәсеүгә, был донъяла кемгәлер файҙалы булыуға өлгәш.

19. Шаян, күңелле кеше бул, тик башҡаларҙан көлмә.

Фото: psy-files.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в