Йәйгеһен саф һауала уйнау балалар өсөн бик файҙалы. Сынығыу һәм үҫеү өсөн дә, иммунитетты күтәреү өсөн дә... Тышта йөрөгәндән һуң аппетит күтәрелә, тын алыу ағзалары яҡшыраҡ эшләй башлай.
Ғөмүмән, йылдың бөтә миҙгелендә, тәбиғәт шарттары ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, урамға сығырға кәрәк. Өҫ һәм аяҡ кейеме һауа торошона ярашлы уңайлы булһын.
Бала менән бергә йөрөргә сыҡҡанда ла, тиктормаҫ улығыҙ йәки ҡыҙығыҙҙың йығылып, аяҡ-ҡулдарын һыҙырыуы, йәрәхәтләүе ихтимал. Шуҡ балалар хәрәкәтсән, уларҙы тышта тыйып тороу ҙа ҡайһы саҡта ҡулдан килмәй. Педиатрҙар ата-әсәгә һыҙырылған, сыйылған, яраланған тән тиреһен антисептик иретмә менән эшкәртергә, йоғошһоҙландырыу өсөн стерилләнгән бинттар ҡулланырға тәҡдим итә. “Балағыҙ менән урамға, паркка, урманға сыҡһағыҙ, үҙегеҙ менән водород перекисы һалынған бәләкәй генә шешә, стерилләнгән бинт һәм бактерицидлы пластырь алығыҙ, – тип кәңәш итә табиптар. – Антисептиктар булмаһа, ғәҙәти таҙа һыу ҙа яраны бысраҡтан таҙартырға ярҙам итер”.
Йәй – күңелле ял миҙгеле. Ул ысын мәғәнәһендә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтерһен, бәлә-ҡаза урап үтһен өсөн теремек, донъяны танып белергә ашыҡҡан балаларығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, һаҡланыу сараларын инҡар итмәгеҙ.
Динә АРЫҪЛАНОВА