Башҡортостанда Хөкүмәттең 2019 йылдың 7 майындағы медицина хеҙмәткәрҙәренә компенсация түләү тураһындағы ҡарары көсөн юғалтты. Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары был документты ауыл табиптарына бер тапҡыр бирелгән түләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарыу тип ҡабул итте.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина аңлатыуынса, төбәк программаһы “Ауыл табибы” федераль программаһы талаптарына яуап бирмәгән, әммә 2012 йылдан ауыл ерҙәренә күсеп, унда эшләгән табиптарға ярҙам йөҙөнән ҡабул ителгәйне.
“Был ҡарарға ярашлы, быйыл түләүҙәрҙе 27 медицина хеҙмәткәре алды. Башҡортостанда ауыл ерҙәренә күскән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының федераль программалары – “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” – эшләй. Һайлаған торағына, квалификацияһына ярашлы, табиптарға бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр 500 меңдән 1,5 миллион һумға тиклем тәшкил итә. Фельдшерҙарға – 500 мең һум”, - тине Софья Алешина.
Фото: Rg.ru