Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Май 2022, 22:25

“Ҡустым лифтҡа инергә ҡурҡа...”

style.rbc.ru
Фото:style.rbc.ru

Танышым йыш ҡына ҡустыһының самолетҡа ултырырға, хатта лифтҡа инергә ҡурҡыуын һөйләне. “Уның өсөн магнит-резонанс томографияһын үтеү – бер бәлә. Ябыҡ, тар урындарҙа хәүефләнеү тойғоһонан арына алмай”, – тип борсолоуы менән уртаҡлашты. Психиатрҙар, психотерапевтар был хаҡта нимә ти?

Баҡһаң, бындай хәүефләнеү торошонан ҡотолоу әмәле бар икән. Белгестәр телендә ябыҡ урындарҙа хәүефләнеү тойғоһон кисереү клаустрофобия тип атала. Ҡурҡыу тойғоһонан төрлө йәштәге кешеләрҙең яфаланыуы мөмкин. Сәбәптәре күп, бала саҡта алған стрестан алып генетик үҙенсәлектәргә тиклем.

Белгестәр әйтеүенсә, ҡайһы саҡта хәүефләнеү тойғоһо көндәлек тормошта ныҡ ҡамасаулай. Планета халҡының 12 проценты ошо халәттән яфалана, күпселеге – ҡатын-ҡыҙ. Лифт, туннель, метро, душ кабиналары, самолет, барокамера һәм башҡа шундай ябыҡ рәүештәге урындар ҡурҡыу тойғоһо тыуҙыра. Кемдер еңелсә борсолһа, ҡайһы берәүҙәр хәүеф-ғауғаға бирелә.

Клаустрофобия кешенең хәл-торошонда төрлөсә сағыла, ундағы ҡурҡыу дәрәжәһен айырым баһалайҙар. Тын алыуҙың ауырлашыуы, баш әйләнеүе, ҡалтырау, тирләү, күкрәктә ауыртыныу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Кеше контроль юғалтыуҙан ҡурҡа, хәүефләнеү тойғоһон еңә алмауына ҡайғыра. Ҡасандыр кисергән стрестар, ҡайғы-хәсрәт, бала саҡта алған психологик яралар клаустрофобияға килтереүе мөмкин, тип иҫәпләй табиптар. Мәҫәлән, ата-әсә баланы “уҡытыу”, һабаҡ биреү өсөн ҡараңғы бүлмәгә бикләһә, йәиһә бала шкафҡа йәшеренеп, уны аса алмаһа, бындай ҡурҡыу тойғоһоноң ғүмерлеккә ҡалыуы ихтимал.

Тирә-яҡтағы мөхиттең дә кешегә йоғонто яһауы билдәле. Мәҫәлән, ғаиләлә ошондай ҡурҡыу тойғоһо хас булған кеше менән йәшәгәндә баланың да уның хәүефләнеүен үҙләштереүе бар. Психотерапевтар әйтеүенсә, клаустрофобияны дауалау өсөн бөтә медицина саралары ла, ысулдар ҙа етерлек. Өйәнәктәрҙән ҡотолоу өсөн антидепрессант, транквилизатор ҡулланалар, тик улар дауаламай, бары ҡурҡыу тойғоһонан арындыра. Дөрөҫ терапияны табип-психиатр ғына билдәләй ала. Тын алыу һәм медитация алымдары хәүефләнеү һәм борсолоуҙарҙан азат итәсәк.

 Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас в