Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Май 2022, 22:27

Йоҡонан яҙһаң, һаулығыңдан ҡолаҡ ҡағырһың

factinate.com
Фото:factinate.com

Йоҡо беҙгә энергия, яҡшы кәйеф бирә. Һәр кем ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡлап үткәрә. Йоҡо мәлендә ҡан составы яңыра, нервы системаһы күҙәнәктәре тергеҙелә, иммунитет нығый, сирле микроорганизмдарҙың бер өлөшө һәләк була, иң мөһиме – беҙ алдағы көнгә көс йыябыҙ.

Насар йоҡлау йәки йоҡо туймау тормош сифатында сағылыш таба. Даими арығанлыҡ, төшөнкө кәйеф, ҡуҙғыусанлыҡ – насар йоҡлауҙың бер нисә билдәһе генә. Үкенескә ҡаршы, беҙ йыш ҡына, ваҡыт етмәү сәбәпле, йоҡо иҫәбенә ниндәйҙер эш башҡарабыҙ. Ахырҙа сәләмәтлек ҡаҡшауы һөҙөмтәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары, апноэ, диабет, Альцгеймер сирҙәренә юл асабыҙ, шуға күрә йоҡо сифатына иғтибар биреп, сәләмәтлеккә бәйле проблемаларҙы ваҡы­тында хәл итеү кәрәк.

Сәләмәт йоҡо мейенең яҡшы эшләүенә, матдәләр алмашыуына, ҡан баҫымының кәмеүенә йоғонто яһай. Йоҡо туймау иммунитетты ҡаҡшата, һөҙөмтәлә төрлө сирҙәр баш ҡалҡыта башлай. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү һаулығығыҙҙы һаҡларға ярҙам итер.

Беренсенән, бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға һәм бер үк ваҡытта торорға ғәҙәтләнегеҙ. Организм физиологияһы ошо тәртипкә буйһона. Икенсенән, йоҡоға әҙерлек тә кәрәк. Тыныс, классик музыка тыңлау, китап уҡыу, йылы һыу процедуралары ҡабул итеү файҙаға булһа, йоҡлар алдынан компьютер янында йә планшет тотоп ултырыу зарар ғына килтерер. Зәңгәр төҫтәге экрандар йоҡо гормоны – мелатонин етеш­терелеүенә кире тәьҫир итә, күҙҙе ныҡ арыта.

Йоҡлар алдынан саф һауала йөрөргә тырышығыҙ. Бүлмәгеҙ ҡараңғы, елләтелгән, түшәгегеҙ уңайлы булһа, рәхәтләнеп йоҡоға талырһығыҙ. Йоҡо өсөн “алтын ваҡыт” – киске сәғәт ундан төнгө сәғәт икегә тиклемге арауыҡ.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас: