Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн, 14 майҙа, Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Баймаҡ районында.
Район үҙәгендә Радий Хәбиров 3-сө мәктәптә барған капиталь ремонтты ҡараны. Шуныһы, был эш мәктәп системаһын үҙгәртеп ҡороу мәғариф программаһына ярашлы атҡарыла. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Бында эштәр 2022 йылдың апрелендә башланған, сентябргә хәтлем тамамларға уйлайҙар. Ремонт ваҡытында балалар 4-се лицейҙа уҡып тора.
Билдәле булыуынса, 2022 йылда мәктәптәрҙе үҙгәртеп ҡороу федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса сығымдарҙы уртаҡ финанслау йәһәтенән республикабыҙ ил бюджетынан 2,94 миллиард һум ала, тағы ла 1,14 миллиард һум 2023 йылда бирелә. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда киләһе ике йылда 191 мәктәп ремонтланасаҡ.
Шулай уҡ Радий Хәбиров балалар поликлинаһы төҙөлөшөн ҡараны. Бында эште 2021 йылда башлағайнылар. Өс ҡатлы бинала диагностика бүлеге, дауалау һәм лаборатория кабинеттары һәм башҡалар урынлашасаҡ.
– Баймаҡ халҡы яңы поликлиникаға ҙур мохтажлыҡ кисерә ине, – тине Радий Фәрит улы. – 2022 йылдың аҙағына ул төҙөлөп бөтөргә тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.