Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Май 2022, 18:30

Иң яҡшы акушерка ҡайҙа эшләй?

"Әсәләргә бәхет өләшеү, яңы кеше тыуыу һөйөнөсө артабан дәртләнеп эшләргә дәрт-көс бирә", – ти Ирина.

Иң яҡшы акушерка ҡайҙа эшләй?
Иң яҡшы акушерка ҡайҙа эшләй?

Өфөләге Профсоюздар йортонда “2022 йылдың иң яҡшы акушеркаһы” республика конкурсында Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре Ирина Кукушкина иң яҡшыһы тип табылды.

– Мин, төп эшемдән тыш, медицина колледжында уҡытам. Шуға күрә конкурсҡа әҙерләнеү ауырлыҡ тыуҙырманы, теоретик һәм практик өлөшө яҡшы таныш. Эшемде бик яратам, яңы бер ғүмер тыуыуында ҡатнашыу күңелдә әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ тыуҙыра. Әсәләргә бәхет өләшеү һөйөнөсө артабан дәртләнеп эшләргә дәрт-көс бирә, – ти Ирина.

Быйыл конкурста 1516 медицина хеҙмәткәре ҡатнашты, шуларҙың 31-е ярымфиналға сыҡты. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе, йөклө ҡатындарҙы һәм яңы тыуған сабыйҙарҙы реанимациялау күнекмәләрен дә индереп, биш номинация буйынса баһаланылар. Конкурста икенсе урынды Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто акушеркаһы Наталья Степанова, Туймазы үҙәк район дауаханаһынан Александра Табишева яуланы. Өсөнсө урынды Өфө ҡалаһының акушеркалары Әлфирә Сәлимгәрәева, Резида Бикбулатова һәм Күмертау ҡала дауаханаһы хеҙмәткәре Ильда Тешебаева уртаҡлашты.  

Фото:Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: