Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Май 2022, 15:30

Медицина хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Ниндәй документтар кәрәк? Нисек рәсмиләштерергә?

Медицина хеҙмәттәре өсөн  һалым ҡайтармаһын нисек алырға?
Медицина хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Медицина препараттары һәм дауаланыу өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға икәнен аңлатабыҙ.

Һалым ҡайтармаһының иң юғары сиге – 120 мең һум.

Нимә өсөн уны ҡайтарыуҙары мөмкин? Пациентҡа күрһәтелгән медицина ярҙамы, шул иҫәптән ҡиммәтле медицина хеҙмәттәре өсөн дә, уның ҡатынына, ата-әсәһенә һәм 18 йәшкә тиклемге балаларына ҡайтарыласаҡ.

Табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы һатып алған өсөн (ғаиләнең бөтә ағзалары өсөн дә); ғаилә ағзаларының Ирекле медицина страховкаһы килешеүе буйынса түләгән иғәнәләре өсөн.

Ниндәй документтар кәрәк? Хеҙмәттәр күрһәтеүгә медицина ойошмаһы менән килешеү; медицина хеҙмәтенә түләүҙәр тураһында белешмә; тейешле формалағы рецептура бланкы; дарыуҙар һатып алыуға чек; килешеү йәки Ирекле медицина страховкаһы полисы; страховкалау компанияһы лицензияһының копияһы; страховка иғәнәләрен түләү чегы.

Нисек рәсмиләштерергә? Беренсе вариант: 3 НДФЛ формаһында һалым декларацияһын тултырып, документтар тупланмаһын әҙерләп, барыһын да урындағы һалым инспекцияһына тапшырырға.

Икенсе вариант: документтар тупланмаһын әҙерләгәндән һуң һалым ойошмаһына тапшырырға. 30 көн эсендә социаль һалым ҡайтармаһына хоҡуғығыҙҙы раҫлаған хәбәрҙе алғас, уны эш биреүсегә тапшырырға. Һалым ҡайтармаһы эш хаҡы менән бергә түләнәсәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Фото: https://vk.com/wall-210976796_564

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: