Ишембай ҡалаһында йәшәгән ҡатын урамдан фатирҙарына талпандарҙың инеүе тураһында яҙа. Эш шунда, уның ғаиләһе йәшәгән йорт паркка яҡын урынлашҡан. Әсәнең әйтеүенсә, балаһы ла йыш ҡына өйгә талпандарҙы “эйәртеп” алып ҡайтҡылаған. Тәҙрә һәм балкон аша талпандар күпләп инеүенә аптырап, республика власына мөрәжәғәт итеп, проблеманы яйға һалыуҙы һораған.
Урындағы хакимиәт вәкилдәре был йорт тирәһендә талпан һәм серәкәйҙәргә ҡаршы эшкәртеү сараларын 24 апрелдә үткәргәнен хәбәр итә. Хакимиәт башлығы урынбаҫары раҫлауынса, Ишембайҙа 22,58 гектар биләмәлә талпандарға ҡаршы эшкәртеү саралары уҙғарылған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, май һәм июнь айҙарында талпандар ныҡ күбәйә. Июлдә улар кәмейәсәк, ә августа бөтөнләй аҙ осраясаҡ. Талпан үләнгә менеп, ҡорбанын һағалай. Был осорҙа уға ҡан эсеү үрсеү өсөн кәрәк. Биш-алты көн ҡан эсеп туйғас, ергә төшөп, бер нисә мең йомортҡа һала. Иң мөһиме - талпандың тешләүенә юл ҡуймау өсөн урманға, паркка барғанда дөрөҫ кейенә белергә кәрәк. Был ҡағиҙәләрҙе һәр кем белә, тик күптәр уларҙы үтәмәй. Талпандар үҫемлектәрҙә 70-80 сантиметр бейеклектә ултырып, ҡорбандарын һағалай, әммә һәр саҡ өҫкә үрмәләй! Талпан энцефалит, эрлихиоз, боррелеоз вирустары менән кешене зарарлауы мөмкин, һаҡ булығыҙ!
Фото: newsbash.ru