Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Май 2022, 12:45

Коронавирус менән сирләгән кешеләр кәмей

Дауаханала 60 йәштән өлкән 92 кеше ята. 

Коронавирус менән сирләгән кешеләр кәмей
Коронавирус менән сирләгән кешеләр кәмей

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин коронавирусҡа бәйле һуңғы һандар менән таныштырҙы. Етәксе белдереүенсә, аҙна һайын сирҙең кәмеүе теркәлә. 30 көн эсендә кәмеү иһә 75 процент тәшкил иткән.

16 майға ҡарата һандар шундай: бөтәһе 287309 кешегә был диагноз ҡуйылған, уларҙың 60-ы – һуңғы тәүлектә. Әле дауаханаларҙа 160 кеше ята, уларҙың 92-һе 60 йәштән өлкәнерәк. 526 кеше өйҙәрендә дауалана. Пандемия башланғаны бирле 280980 кеше сирҙе еңгән, 38 кеше һуңғы тәүлектә һауыҡҡан. Кисә-бөгөн коронавирустан үлгән кешеләр юҡ.

Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, әле республикала ковид менән сирләгәндәр өсөн 670 урын әҙерләнгән, уларҙың 34 проценты буш.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина һалдырыу дауам итә. Алда сирҙең яңы тулҡыны килеү ихтималлығын күҙ уңында тотоп, ревакцинация барышын әүҙемләштерергә ҡушылды. 

Фото: "КП-Магадан". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: