Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Май 2022, 19:45

Өлкәндәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә прививка яһата

"Сәләмәтлек поездары" был аҙнала графикка ярашлы ҡайһы тораҡтарҙа ҡабул итәсәк?

Өлкәндәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә прививка яһата
Өлкәндәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә прививка яһата

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған ғәҙәттәге брифингында билдәләнеүенсә, тәүлек эсендә 65 кешенең сирҙе йоҡторғаны теркәлгән. Әле республика стационарҙарында 148 пациент дауалана, 25-е ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа - 497 кеше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә өс ауырыуҙың вафат булғаны билдәле. Үлем осраҡтары республикала 5 646-ға етте.

Коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыу әүҙем дауам итә. Һуңғы тәүлектә 11 972 кеше прививка эшләткән. 12-17 йәшлек үҫмерҙәрҙең 4 401-е “Спутник М” вакцинаһының икенсе компонентын алған.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, диспансерлаштырыу үтеү мөмкинме? Был һорау йыш ҡабатланғанға күрә, брифингта уға асыҡлыҡ индерелде. “Сәләмәтлек поездары”нда күсмә бригадаларҙа үткәреү мөмкин булған тикшереүҙәрҙе генә башҡаралар, сөнки бөтә ҡорамалдарҙы һәм белгестәрҙе сәфәргә алып сығып булмай. Бөгөн 26 мобиль күсмә комплекста 156 белгес ҡабул итә.

Был аҙнала графикка ярашлы түбәндәге тораҡтарҙа ҡабул итәсәктәр: Өфө маршруты Ҡырмыҫҡалы районында эшен тамамлай (18 майҙа Илтуғанда, 19 майҙа Николаевкала); Дыуан маршруты Ҡыйғы районында эшен тамамлай (19 майҙа Ләүйылғала); Нефтекама маршруты Ҡариҙел районында эш башлай (18 майҙа Иҫке Иткүстелә, 19 майҙа Тайҡашта, 20 майҙа Үрештә); Октябрьский маршруты Шаран районында эшен тамамлай (19 майҙа Саҡтыла); Стәрлетамаҡ маршруты Ишембай районында эш башлай (19-20 майҙа Маҡарҙа); Белорет маршруты Учалы районында эшен тамамлай.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: