Быйыл яҙ Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрҙе, ул байый төштө. Хәҙер ул һигеҙ предметтан тора: сумка, бәйләнгән комбинезон, башлыҡ, кофта, ползунки, япма, һырлап эшләнгән одеял, янғынды иҫкәртеү приборы. Уларҙың барыһы ла яҡшы сифатлы, Өфөләге “Ағиҙел” предприятиеһында етештерелгән, тип аңлаттылар Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2001 йылдан башлап республикала тыуған сабыйҙарға тәүге көндән үк кәрәкле әйберҙәр бүләк итеү йолаһы булдырылды. Былтыр йыйылмаға алты әйбер индерелһә, быйыл ул һигеҙгә еткерелде.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.