Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Май 2022, 15:46

Баш ауыртыуҙың 100 сәбәбе бар

max4u.ru
Фото:max4u.ru

Йыш ҡына күптәр баш ауыртыуына зарлана һәм, үҙ белдегенә дарыу эсеп, был хәл тураһында оноторға тырыша, сирләү сәбәптәрен асыҡламай. Табиптар иһә 200-ләгән сәбәптең ошо сиргә килтереүе тураһында иҫкәртә.

Йоҡо режимының боҙолоуы, даими туҡланмау, артыҡ физик йәки интеллектуаль көсөргәнеш, климаттың алмашыныуы, тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр, анальгетиктарҙы йыш ҡулланыуҙың бына ошондай күңелһеҙ хәлгә килтереүе ихтимал. Бынан тыш, гипертония, вируслы сирҙәр йәки башҡа сәбәптәр булыуы ла бар.

Һәр хәлдә үҙаллы диагноз ҡуйып маташмау, киреһенсә, табипҡа күренеү яҡшы. Тағы һыҙланыуҙы баҫа торған ике дарыуҙы  бер юлы ҡабырға ашыҡмағыҙ һәм, препарат тәьҫир итһен өсөн, бер нисә сәғәт үтергә тейеш икәнлеген хәтерҙән сығармағыҙ. Тән температураһын тикшереү ҙә ҡамасауламаҫ, сөнки уның баш ауыртыуына килтереүе ихтимал. Бынан тыш, артериаль ҡан баҫымын үлсәгеҙ. Иң мөһиме –  тиҙ арала табипҡа күренегеҙ.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: