Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Май 2022, 20:30

Башҡортостан хирургияһы аҡһаҡалына - 90 йәш!

"Ағымдағы йылды бөтә ғүмерен республика халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡовтың йылы тип иҫәпләйем".

Башҡортостан хирургияһы аҡһаҡалына - 90 йәш!
Башҡортостан хирургияһы аҡһаҡалына - 90 йәш!

20-21 майҙа Республика онкология диспансеры базаһында халыҡҡа онкология ярҙамы ойоштороуҙы камиллаштырыу маҡсатында Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡовтың 90 йәшенә арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә.

Конференцияны республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин асты. Ул килгән ҡунаҡтарҙы, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, мөһим сараны үткәреүҙә уңыш теләне, тәжрибә уртаҡлашырға, аралашырға саҡырҙы.

"Бөгөнгө сара айырыуса беҙҙең, шулай уҡ күршеләрҙең йәш һәм өлгөрөп еткән белгестәре өсөн бик кәрәк. Беҙҙе бай программа көтә, докторҙарыбыҙҙың күбеһе сығыш яһаясаҡ һәм үҙҙәренең белеме, күнекмәләре, эш үҙенсәлектәре менән уртаҡлашасаҡ. Сарала хатта бөтәгеҙгә лә урын етмәүен күрәм. Был онкология хеҙмәте, шулай уҡ Башҡортостан онкология диспансерының Волга буйы федераль округында ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә абруй менән файҙаланыуы өсөн ғорурлыҡ, хөрмәт тойғоһо уята. Минеңсә, был сик түгел, үҫеш өсөн киләсәктә лә йүнәлештәр бар", – тип белдерҙе Максим Забелин һәм Башҡортостан Башлығының рәхмәт һүҙҙәрен бөгөнгө юбиляр, бөтә ғүмерен республика халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡовҡа еткерергә теләүен әйтте.

Максим Забелин тантаналы шарттарҙа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, фән эшмәкәрлегендә юғары ҡаҙаныштары һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан онкологтарының ғилми йәмғиәте идараһы секретары һәм ағзаһы, Республика онкологтары ассоциацияһы административ советының проблемалар комиссияһы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡовты Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланы. Республикала онкология хеҙмәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм табиптарға Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндән һуң юбилярға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе:

– Рәшит Ғәзиз улы, Һеҙ – башҡорт хирургияһы һәм онкологияһының патриархы. Һеҙҙең ҡарашығыҙ һәр саҡ асыҡ һәм күҙҙәрегеҙ йәш. Был йыл университет өсөн юбилей йылы – онкология хеҙмәтенә - 90 йыл, һәм мин уны Баҙыҡовтың йылы тип иҫәпләйем.

Конференция колоректаль яман шешенән яфаланған пациенттарҙы дауалауға мультидисциплинар ысулға арналған. Конференцияла ҡатнашыусылар ике көндә хирургияны үҙ күҙҙәре менән күрәсәк, заманса тенденциялар менән танышасаҡ, клиник хәлдәрҙе тикшерәсәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: